Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
28 Декабря 2021, 08:56

"Сихырсылыҡ менән булашыу үтә ауыр ғонаһ".

Колумнистика

"Сихырсылыҡ менән булашыу үтә ауыр ғонаһ"."Сихырсылыҡ менән булашыу үтә ауыр ғонаһ".
"Сихырсылыҡ менән булашыу үтә ауыр ғонаһ".

Көньяҡ Африка Республикаһында бер ғаилә яңы йыл шыршыһын биҙәү менән мәж килә.  Бесәйҙәре  генә  байрамға ҡушылмай, ситтәрәк боҫоп, бер ботаҡҡа төбәлеп тик ултыра икән. Аптыраған  хужалары ентекләберәк ҡараһа,  ботаҡҡа уралған йыланды абайлайҙар. Был мәхлүк биҙәүес-ялтырауыҡ араһында бөтөнләй беленмәгән, ти.  Ағыулы бумслинг тигән йылан икәнлеге асыҡлана. Алып ташлау өсөн белгес саҡырталар.

Ковидтан вакцина яһатырға ҡурҡыусылар  донъяның теге осонда – Яңы Зеландияла ла бар икән. Унда укол ҡуйҙыртыу өсөн кем икәнлегеңде телдән әйтеү ҙә етә, бер документ талап ителмәй. Шуға ла, бәғзе кешеләр үҙҙәре исеменән икенселәргә прививка яһаталар.  Түләүгә әүрәптер инде, бер кеше башҡалар исеменән үҙенә бер көндә 10 доза ҡуйҙыртҡан! Ысынлап та заралы икән, шунда уҡ ятып үлер ине буғай!

Шотландияла яңы закон проекты ҡарала башланы – 1563-1736 йылдарҙа сихырсылыҡта ғәйепләнеп язаланған 4 мең тирәһе ҡатынды реабилитацияларға, йәғни аҡларға йыйыналар. Уларҙың иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу проекты ла ҡарала башлаған. Бик хуп, төп өлөштә  бахырҙарҙың нигеҙһеҙ ғәйепләнеүҙәре билдәле. Шул уҡ ваҡытта, хәҙер яза бирелмәһә лә, сихырсылыҡ менән булашыу үтә ауыр ғонаһ икәнлеген дә онотмайыҡ.

Кешеләрҙең тамам ҡыйығы киткеләй. Ижевск ҡалаһында  44 йәшлек ир   12 йәшлек улын дауаханаға килтерә. Табип  нимәһе менәндер оҡшамағандыр, улына һөжүм итергә бойора.  Тегеһе тыңлай һалып, медицина хеҙмәткәренә өс тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, һуңынан башҡа медиктар ярҙамға килеп өлгөрә. Хәҙер атай шәрәмәте (кеше һаулығына ауыр зыян килтергән өсөн быға тиклем хөкөм ителгән бәндә)  кеше ғүмеренә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләнгән. Ә саманан тыш тыңлаусан улына психиатрия экспертизаһы үткәрелә. Ниндәй бәндәләр арабыҙҙа йөрөүе тураһында уйлаһаң, ҡурҡыныс та булып китә.

Беҙҙә лә һайлауҙарҙа  хис-тойғолар ташып бара, әммә, шөкөр, сикте үтмәйбеҙ.  Пакистандың бер бәләкәй генә ауылына ни  бары алты-ете депутат һайланған була.  Мөхәммәт Зәкәриә Хан Сандай исемле кандидат еңеп сыға. Әммә ҡыуанысына сыҙаша алмаған уның яҡлы бер әҙәм автоматтан һауаға салют ата ла, яңылыштан үҙенең депутатын да үлтерә атҡан, тип хәбәр ителде.

Ябай халыҡ, кеҫә ҡалынлығы ирек бирә икән, автомобиль алмаштыра.  Олигархтар ҙа ҡалышмаҫҡа тырышаларҙыр инде. Әлегә тиклем   Роман Абрамович  100 миллион долларлыҡ  “Boeing 767” шәхси самолеты менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр булһа, яңыраҡ үҙенә Яңы йыл бүләге яһаған,ти. Швейцариянан Мәскәүгә “Boeing 787-8 Dreamliner” ҡайтартылды.   Рәсәйҙә әлегә иң ҡиммәтле шәхси самолеттың хаҡы -350 миллион доллар самаһы, беҙҙең аҡсаға – 26 миллиард һум килеп сыға буғай, бындай һандарҙа буталыуыбыҙ ҙа ихтимал. 10 ялсы, 10 һаҡсы, 30 пассажирҙы тейәп комфорт шарттарҙа тиҫтә-тиҫтә мең километрға илтә ала был техника. Ә Роман Аркадьевичҡа күп сәйәхәт итергә тура киләлер: Рәсәйҙә байлыҡ буйынса  12-се урынды биләй, даими йәшәгән Англияла ниндәйҙәер ҡытыршылыҡтар пәйҙә була башлағас,  Израиль гражданлығынан тыш, Португалия гражданлығы ла алды, тип хәбәр ителде. Һәм шундуҡ Португалияның иң бай кешеһенә әйләнә.  Португалияла, күрәһең, беҙгә ҡарағанла байлыҡ тигеҙерәк бүленәлер: бөтә һалымдарҙы түләгәс, уртаса эш хаҡтары 850 евро тәшкил итә -71мең һум тирәһе, беҙҙекенән апаруҡ күп.

Килем  – бер һорау булһа,  сығымдар мәсьәләһе  мөһимерәк хикмәт.  Мәскәүҙә, әйтәйек, эш хаҡтары юғары, ләкин аҡса ла күберәк кәрәк бит. Баш ҡаланың байтаҡ урамдарында еңел автомобилдәрҙе парковкалауға яңы тариф индерелде – сәғәтенә 450 һум!   Төнгө ваҡытта ғына 200 һумға кәмей.

Урамда тапҡанды ла йәһәт кеҫәгә тығырға кәрәкмәй икән. Стәрлетамаҡта пенсионер апай фатирынан сүп ташларға сыҡҡан була. Ерҙә ятҡан смартфонды абайлай. Әбей оҙаҡ уйлап тормай, сим-картаһын алып ташлай ҙа, 10 мең һумлыҡ гаджетты ейәненә тоттора. Оҙаҡ та үтмәй, телефондың  хужаһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары арттарынан төшәләр. Пенсионерға ҡарата, хатта, енәйәт эше ҡуҙғатыла, смартфонды ҡайтарып, ғәйебен таныу арҡаһында ғына 2 мең һум штраф менән ҡотола алған.

Японияла “Taste the TV (TTTV)” тигән телевизор уйлап тапҡандар. Экранды ялап ҡараһаң, күрһәтелгән ризыҡтың тәмен  тойорға мөмкин! Әлбиттә, туйыу өсөн етмәйәсәк, әммә ашнаҡсыларҙы ситтән өйрәтеү, реклама өсөн ифрат ҡулай булырҙыр.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас