

26 декабрҙә Белорет ҡалаһында Рәсәй чемпионатына һайлап алыу турниры алдынан асыҡ күнекмә үтте. Был сарала Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондары һәм Өфө ҡалаһы уҡсылары ҡатнашты. Бөтәһе 30-ға яҡын милли йәйәнән уҡ атыусы йыйылды. Ярыштың беренсе этабында 18 метрҙан 3 уҡ менән 20 тапҡыр аттылар. Артабан финал ярышы үтте. Көсөргәнешле һәм сәмле ярышта еңеүселәр билдәләнде.
Ир-егеттәр араһында:
1- се урын – Юлбирҙин Салауат (Бөрйән районы)
2- се урын – Йәрмөхәмәтов Айнур (Баймаҡ районы)
3- сө урын – Юлбирҙин Сынбулат (Бөрйән районы)
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1- се урын – Хәлилова Гүзәлиә (Әбйәлил районы)
2- се урын – Вәлиева Динә (Учалы районы)
3- сө урын – Ишкильдина Нәилә (Бөрйән районы)
Ярыштың төп өлөшө бөткәс, махсус приздарҙы еңеп алыуға көс һынашты дәртле уҡсылар. Ул приздарҙы еңеп алыу шарты: 30 секунд эсендә иң күп уҡ атыу. Иң етеҙ уҡсылар тип Хәсәнов Рушан һәм Үҙәнбаев Илназ табылды (13 шәр уҡ аттылар).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Алдағы ярыштарҙа ла уңыштар теләйбеҙ!
Ошо мөһим һәм кәрәкле сараны ойоштороусы, турнирҙың бөтә ҡәғиҙәләрен урынына еткереп үткәреүсе Нуриман Хәйруллинға ҙур рәхмәт! Эшеңдә уңыштар, ғәилә именлеге теләйбеҙ! Яңы ярыштарыңды ҡуш ҡуллап көтөп ҡалабыҙ!
Мәғлүмәт һәм фотолар алынды -https://vk.com/public196622676, "Бөрйән уҡсылары/Бурзянские лучники"