Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Декабрь 2021, 06:16

"Бәхетле мәл,бәлки ошолор?!"

Төркөмдәшебеҙҙең ҡыш тураһында ғәжәп шиғырҙары

"Бәхетле мәл,бәлки  ошолор?!""Бәхетле мәл,бәлки  ошолор?!"
"Бәхетле мәл,бәлки ошолор?!"

Моң тама

Бар тәбиғәт ап -аҡ нурға сумған

Бөгөн иртә менән уянһам.

Ваҡытында ғына яуған ҡарҙар

Үҙе байлыҡ инде,уйлаһаң.

Асмандарҙан килгән ҡарҙар менән

Кәйефтәрем минең бер сама.

Тып -тын ғына яуған йондоҙҙарҙай

Тыуған ерҙәремә моң тама.

Тыуған ерҙәремә моң тама.

 

Яңы йыл

Ий,ғүмерҙең елеп үтеүҙәре,
Әйләнә лә килә
Яңы йыл.
Яңы яуған ап -аҡ ҡарҙар менән
Күңелдәрҙә тыуа
Яңы йыр.

Аҡ түбәле тауҙар
Яңы йылға
Аҡһаҡалдай кәңәш ҡорһондар.
Яңы яуған ҡарҙар
Йырҙар менән
Яңы йылдар килеп торһондар!

 

Бер кем белмәй

Алда ниҙәр булып

Барған һуҡмаҡ ҡайҙа боролор?

Бөгөнгө көн иң -иң матур көн дә,

Бәхетле мәл,бәлки

Ошолор?!


Гүзәл Сиражетдинова, https://vk.com/id236499416

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас