Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
30 Декабрь 2021, 05:56

Башҡортостанда 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

2021 йыл менән сағыштырғанда ул 700 һумға арта. 

Башҡортостанда 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләндеБашҡортостанда 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләнде
Башҡортостанда 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Башҡортостанда 2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 11 099 һум була. 2021 йыл менән сағыштырғанда ул 700 һумға арта. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 12 мең һум, пенсионерҙарға — 10 431 һум, балаларға 10 679 һум була.

Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Был 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә.

Быйыл йән башына йәшәү минимумы — 10 397 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн —11 333 һум, пенсионерҙарға — 9 845 һум, балаларға 10 329 һум тәшкил итте. ("Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса)

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас