

Яңы йыл байрамдары ваҡытында ла ветеринария ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ.
Республикабыҙға терәлгән Ырымбур өлкәһенең Белявский районының бер ауылында бешмә (ящур) буйынса карантин иғлан ителгән.
Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас.
Бешмәне тыуҙырыусы — Aphthovirus затының Picornaviridae ғаиләһенә ҡараған вирус, 7 серотибы, яҡынса 70 варианты бар; тышҡы мөхиттә сыҙамлы. Зыянһыҙ һәм яман формаларға бүленә. Һыйыр малы һәм ваҡ мал, дөйә, ҡырағай ҡуш тояҡлылар, сусҡа һ. б. бирешеүсән; йылҡы ауырымай, ләкин вирусты йөрөтөүсе була ала. Кешегә һирәк осраҡта йоға. Инфекция сығанаҡтары — ауырыу хайуандар һәм вирус йөрөтөүселәр.
Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт продуктлылығы кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаборатор (вирусологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау (кәрәк булғанда) симптоматик (гипериммун сыворотка һ. б.).
Учалы ветеринарҙары барыһын да уяу булырға саҡырҙы.