-
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов урындағы журналистар менән осрашып, үтеп барған йылға яҡынса йомғаҡтар яһаны.
Тәү һорау иҡтисад тураһында, ковид сикләүҙәре ныҡ ҡаҡшатманымы йорт-хужалығыбыҙҙы ? Барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ бит инде – “икмәк” булғанда ғына “йыр” ҙа яңғырар.
-Дөйәм йомғаҡтар яһарға иртәрәк әле, әммә хәлде күҙалларға мөмкин. Производство күләме 2021 йылдың 9 айында 2020 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 147 процент тәшкил итте. Һәммәһе 45 миллиард 564 миллион һумлыҡ тауар тейәп ебәрелә, хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелә. Был иң мөһим күрһәткес буйынса Башҡортостанда 6-сы урынды биләйбеҙ. Әлбиттә, пандемия эҙһеҙ үтмәй, әйтәйек, ҙур ҡалаларҙа эш ҡулдары ҡытлығы көсәйә лә, ваҡытлыса беҙҙең төҙөлөш ташына ихтыяж кәмеп тора. Инвестициялар менән дә хәл шөкөр әйтерлек – 2020 йылға ҡарата 134,6 процент (7,5 миллиард һум). Учалылағы 9 капитал һалыуҙар – бөтә республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә. Иң ҙуры – Яңы-Учалы баҡыр-колчедан руднигы төҙөү. Шул тиклем аҡса һалып тотонғастары, комбинатыбыҙ тиҫтә-тиҫтә йыл уңышлы эшләйәсәк әле, тимәк бөтә төбәгебеҙ ҙә үҫешә аласаҡ. Учалыларҙың эшкә һәләтле халҡының сама менән өстән бере фәҡәт тау-байыҡтырыу комбинатына бәйле. Бер генә миҫал: ҡаланың бар тиерлек эшҡыуарҙары комбинаттың ҡасан эш хаҡы биргәнен теүәл белә, шунан сығып эштәрен ҡоралар. Эйе, һәр ҙур производство тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһамай ҡалмай, әммә миҙалдың ике яғын да күрә белергә кәрәктер. Күрше төбәктәргә сығып йөрөүселәр үҙҙәре лә күҙәтәләрҙер – иҡтисады йәһәттән насарыраҡ үҫешкән райондарҙан хәл беҙҙә күпкә яҡшыраҡ. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәтте һаҡлау тураһында ҡануниәтте тупаҫ боҙоуҙар менән һис тә килешмәйәсәкбеҙ, шул уҡ “Саңғалыҡ диорит карьеры”на, Мансур ауылына үҙем генә лә нисә барҙым инде... Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы буғай, әммә алдан әйтмәй торайыҡ – саң ҡубыуҙы тотҡарлаған ҡоролмалар сатлама һыуыҡтарҙа нисек эшләйәсәген башта ҡарайыҡ.
-Ауыл хужалғығы тураһында ни әйтерһегеҙ?
-Ололар бәлки хәтерләйҙер, минең иҫтә юҡ – Учалы комбайнсыһын Башҡортостан етәксеһе республикалағы еңеү менән ҡотлап, автомобиль тапшырыу осрағы булды микән тарихыбыҙҙа? Был бит үҙе генә лә ныҡ сағыу күрһәткес. “Байрамғол” агрофирмаһы механизаторы Әлим Вил улы Хөснуллин “Иң яҡшы иген урыу комбайны операторы” номинацияһында еңеп ( 1475 тонна иген һуҡҡан), Радий Хәбиров ҡулынан - “Lada Niva” автомобиле менән бүләкләнде. Бөтә учалылар өсөн ғорурлыҡ!
Һуңғы йылдарҙа ҡалдауға әйләнгән ерҙәрҙе күтәреү дауам итә. Быйыл 5,3 процентҡа артып, һөрөнтө ерҙәр сама менән 22 мең гектарға етте. Әле яңы ғына буш ятҡан яландарҙа йәнә нимәлер үҫтерелеүен күреүе кинәнес. Эйе, төбәгебеҙҙең төньяғында һаман да буш баҫыуҙар байтаҡ, эшләрҙәй кешеләрҙе, инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса ныҡышмалы эш алып барыла.
Иң һөйөндәргәне – “Байрамғол” агрофирмаһы инде. Быйыл ғына яңы техника, тоҡомло мал ҡайтартыуға 329 миллион һум йүнәлттеләр. Заманса техника һәм технологиялар киң ҡулланылғас, быйыл “Баҫыу көнө” сараһын да юғары кимәлдә үткәрә алдыҡ. Элегерәк агрофирма механизатор кадрҙарына ҡытлыҡ кисерә башлағайны, хәҙер был йүнәлеш тә яйға һалына. Заманса тракторҙар йөрөткән иптәштәр менән әңгәмәләштем, башта ҡурҡыта ине, эш сифаты һәм күләменә контроль йыһандағы юлдаштар аша башҡарыла бит, әммә фәҡәт эшеңә ҡарап эш хаҡы алыу бигерәк тә яҡшы икән – айына 52-54 мең һумға етә, тинеләр. Ғөмүмән, “Байрамғол”да ғилми-техник прогресс ҡаҙаныштарын киң ҡулланыуҙары барыһына ла өлгө булһын ине! Тап ошо арҡала сираттағы ҡаҙанышҡа өлгәштеләр – быйыл декабрь айында уҡ тулайым һөт һауыуҙы 13 мең тоннаға еткерҙеләр. “Первый вкус” берекмәһенә тапшыралар, тышлығына ҡайҙалыр ситтә етештерелгән тип күрһәтелһә лә, тап Байрамғол һөтө менән һыйланыуығыҙ бик тә ихтимал. Ауыл хужалығы тураһында йыл йомғаҡтары барланғас, тағын да бер айырым һөйләшеп алыу кәрәк булырҙыр.
-Учалы ныҡ ҡиммәт ҡала тиҙәр....
-
-Эйе, ҡалалағы торлаҡ хаҡы Өфө менән Стәрлетамаҡтан ғына ҡалышыуы, бер яҡтан, халыҡтың финанс хәле сағыштырмаса яҡшы икәнлеген дәлилләй, икенсе яҡтан – күп фатирлы йорттар етмәүен күрһәтә. Дөйөм күрһәткес буйынса республикала насар урында түгелбеҙ, быйыл 9 айҙа 22 727 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, әммә был ҡаҙаныш шәхси торлаҡ төҙөлөшө иҫәбенә. Ҡаланың уңайлы урынында 4 ер участкалары әҙерләп, күп фатирлы йорт һалырға ниәтләнеүселәр менән эшлекле һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Аҙағы нисек булыр, 9 ҡатлы йорттар тураһында һүҙ сығарарабыҙ. Бейек биналар Учалының төньяғынан ингән Ҡунаҡбай урамына ҡала төҫө бирер ине, тип өмөтләнәм. Юғиһә, был тирә, “төп ҡапҡа” булһа ла, ҡалабыҙҙың йәмен ебәрә бит – ҡойма-кәртәләр, производство биналары.... Хәйер, ошо районда киләһе йыл ҙур, заманса яңы полилингваль мәктәп ҡалҡып сыҡҡас, тирә-йүнгә яңы һулыш биреләсәк. Хаҡы 854 миллион һум тирәһе!. Ә мәктәп ныҡ кәрәк, барыһы ла бер сменала уҡыр ине, өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлеген йәйелдереү өсөн дә мөмкинлектәр киңәйә. Тап ошо биҫтәлә ФОК (физкультура-сәләмәтләндереү комплексы) булдырыу мәсьәләһе менән дә ныҡлап шөғөлләнәбеҙ. Спорт, физкультура менән шөғөлләнгән учалылар бихисап, ә бына әһәмитле республика, федераль кимәлдә ярыштар үткәрергә шарттар юҡ. Шулай уҡ яҡын арала балалар поликлиникаһы төҙөү ҙә планлаштырыла, махсус федераль программаға инергә тулы өмөт бар.
-Ҡалабыҙҙың икенсе осо ла ныҡ үҙгәрәсәк буғай?
- Эйе, Учалының ҡала быуаһы тирәләрен киләһе йыл танып та булмаҫ: “Учалы. Хыялға юл” проекты тормошҡа ашырыла. Йәнәш урынлашҡан 1-се Башҡорт лицейы биләмләре лә “Уңайлы ҡала мәхите булдырыу” программаһы сиктәрендә гөлдәй итеп үҙгәртелә. Бындағы бөтә үҙгәрештәрҙе һөйләп кенә килештерлек түгел. Иманым камил – барыһына ла оҡшарҙыр, яңы, заманса, хәүефһеҙ ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн биләмә булдырыла. “Комфорт ҡала мөхите” программаһы буйынса Дан стеллаһы тирәһе лә йәмләндереләсәк. Ошо тирәлә Йәштәр паркы булдырыу буйынса ла эш бара.
Әткәндәй, киләһе йыл яңы хирургия корпусы сафҡа индерелеүҙән тыш, иҫкеһенә капиталь ремонтты финанслау ҙа вәғәҙә ителде. Балалар поликлиникаһы төҙөү тураһында әйттем инде.“Учалыла медицина юҡҡа сыға!”- тип яр һалыусылар, исмаһам, ошо инвестицияларҙы ла күҙ уңында тотһон ине! Эшләнгәнде күреп, шөкөр итергә лә өйрәнергә ине бәғзеләребеҙгә.
-Эйе, ҡалабыҙ матурая бара. Ә ауылдар был тәңгәлдә үгәйһетелмәйме?
-Әлбиттә, юҡ! Улайһа, ҡыҫҡаса ғына иҫәпләп китәйем. 2019 йыл Һәйтәктә үтә уңайлы заманса модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдә, 2020 йыл -Вознесенка, Ҡалҡан, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр, Ҡобағошта. Быйыл йәнә 4 ауылда ФАП-тар сафҡа индерелә, Рудник ҡасабаһын да ҡушһаҡ - бишәү. Быйыл Баттал, Сәфәр, Ҡәйепҡол, Ғәлиәхмәр, Урал ауыл клубтарында капиталь ремонт үтте, Ҡорама мәҙәниәт йортоноң матди базаһы нығытылды. Учалы ауылы мәктәбендә спорт залы ипкә килтерелде, үҙәк район китапханаһында ғәйәт күләмле ремонт бара. Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү, “Атайсал” программалары сиктәрендә күпме эш башҡарылды һәм башҡарыла! Мәктәптәр, балалар баҡсалары.....барыһын да иҫәпләй генә башлаһаң да, ныҡ күп килеп сыға! Федераль үҙәк, республикабыҙ аҙ ярҙам итә, тип әйтергә бер кемдең дә теле әйләнмәҫ. Үҙебеҙ ҙә тырышабыҙ инде, башҡорт мәҡәлендә әйтелгән бит – “Иламаған баланы имеҙмәйҙәр”. Әммә “илау” ғына етмәй – бүленгәнде ваҡытында үҙләштерәң икән, инвестициялар файҙаға икән, шундай төбәктәргә күберәк ярҙам итәләр.
-Юлдар тураһында ниә әйтерһегеҙ?
-Ҡоро һүҙ булмаһын, ыңғай динамиканы конкрет һандар менән дәлилләйек. Белорет-Учалы-Мейәс трассаһының биләмәбеҙ аша үткән өлөшөн тәртипкә килтереү өсөн 2019 йыл 86 миллион һум бүленде, 2020-2021 йылдарҙа -175-176 миллионышар һум, киләһе йыл иһә 209 миллион һумға еткерелеүенә тулы өмөт бар. Барыһы ла белеп-күреп торалар инде: быйыл Илсе ауылы тирәһендә 8,8 километр бик сифатлы итеп ремонтланды, Учалы-Ахун йүнәлешендә 3 саҡрым ипкә килтерелде, ҡала эсендә (Тыныслыҡ урамы) 800 метр асфальт рәтләнде, Ахунда иҫ киткес шәп күпер булдырылды (был эште ахундар күптән юллай ине) һәм башҡа. 2022 йылда ла Сәфәр яҡлап трассаны ( 8,87 километр) яңырттырға иҫәп тотабыҙ. Ҡорама ауылы янында, Белорет районына яҡыныраҡ ситтә юл участкаһын, шул уҡ Учалы-Ахун-Карагайка юлын (1,1 километр) ремонтларға ине.
-Юл тигәс, юл-транспорт һәләкәттәре проблемаһын ҡалдырып булмаҫтыр?
-
-Яуапты яңылыҡтан башлайым – киләһе йыл төбәгебеҙҙә йәнә 20 видеофиксация приборҙары ҡуйыласаҡ. Ни тиһәң дә, ошо ҡоролмалар тәртипте арттыра, бик йыш ауыл халҡы, беҙгә лә ҡуйығыҙ, тип үтенәләр. Быйыл, транспорт ваҡиғалары һаны артһа ла, һәләк булғандар былтырғынан кәм, күҙ генә теймәһен! Ә автомобилдәр күбәйгәндән-күбәйә, бер ғаиләлә ике-өс машина тоталар бит хәҙер, йәше лә, ҡарты ла руль артында. Бындай шарттарҙа тәртиплелек, бер-беребеҙҙе ихтирам итеү генә һәләкәттәрҙән аралай ала. Һәләкәттәрҙең иң йыш осраған сәбәптәре – дистанция күҙәтмәү, юл киҫелештәрендә уяулыҡты юғалтыу, шәп ҡыуып юлдан осоп сығыу. Һәм бик тә киҫкен проблемабыҙ – берәҙәк йөрөгән мал. Ниндәй генә фажиғәләр булмай тап шул сәбәпле! Малын ҡарауһыҙ юлға сығарып ебәреүселәрҙе “ситтән тороп кеше үлтереүселәр” тип атар инем. Был йүнәлештә көрәш көсәйтелә генә барасаҡ.
-Икенсе төп бәләбеҙ – янғындар.
-2020 йыл урман янғындары буйынса Башҡортостанда аҫтан беренсе урынға төшкәйнек. Хәйер, яңы янғын-химик станцияһы булдырылып, байтаҡ техника ҡайтартылды. Быйыл да урман янғындары күп булды, әммә ваҡытында сик ҡуйып, зыян күргән майҙандар ике тапҡыр тирәһе кәметелде.
Райондағы ике йөҙ илленән ашыу янғында 9 кеше һәләк булды (былтыр был осорҙа – 6). Төп өлөштә сәбәптәр бер инде – ут менән һаҡһыҙ тотоноу һәм эскеселек. Янғын тигәс тә, кешеләр ялҡындай үлмәй бит ул, башлыса йоҡонан йә иҫереүҙән айынмайынса тонсоғалар.... Яңы йыл байрамында, каникулдарҙа айырыуса уяу булайыҡ инде, бер осраҡта ла балаларҙы, иҫеректәрҙе яңғыҙҙарын ҡалдырып китергә ярамай. Әйткәндәй, Мансур ауылында яңы депо төҙөп, штаттағы янғын часы подразделениеһы урынлаштырырға йыйынабыҙ – юғиһә был йүнәлештәге ауылдарҙа хәл “бушағыраҡ” ине.
-Яңы йылда үҙегеҙгә һәм яҡташтарығыҙға ни теләр инегеҙ?
- Иң ҡәҙерлеһе – ғүмер һәм сәләмәтлек икәнлегенә коронавирус ҡасафаты ныҡлап төшөндөрҙө, яҡындарҙы юғалтыу үтә ауыр.... Шуға ла тәү сиратта барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем! Иҫәнбеҙ икән, татыу тотонғанда, барыһына ла ирешеп була ул. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен нығыраҡ белеп аҙыраҡ тәнҡитләйек, күберәк ихлас ярҙам итәйек. Һәм барыһына ла рәхмәт әйтәм – ауыр заманаларҙы лайыҡлы үткәрәбеҙ, ярайһы ҡаҙаныштарға ла өлгәшә алдыҡ.
П.С. Оҙаҡ һәм йәнле барған әңгәмәне стенограмма рәүешендә бер гәзиттә тулыһынса баҫып һыйҙырырлыҡ түгел. Хәйер, телгә алынғандарҙың бер өлөшө тураһында гәзитебеҙҙә алдан да сыҡты, ә ҡалған темаларға киләсәктә әйләнеп ҡайтырбыҙ.