Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Ғинуар 2022, 04:55

Цирамонды күп һоғонабыҙ икән

Колумнистика

Цирамонды күп һоғонабыҙ икәнЦирамонды күп һоғонабыҙ икән
Цирамонды күп һоғонабыҙ икән

Кемерово өлкәһе шахталарында фажиғәләр йыш күҙәтелә. Шуға ла өлкә властары яңы алым ҡулланмаҡсы – шахтерҙарға “таусы анты” ҡабул итеү тәҡдим ителә. Хәрби присяга һымаҡ. Башҡаһынан тыш, хәүефһеҙлек техникаһын теүәл күҙәтергә һүҙ бирәсәктәр. Былай ҡаңғырғансы, һәләкәт булған һайын шахта хужалары хәйерсе хәленә ҡалдырылғансы ҡаты матди яуаплылыҡҡа тарттырылһа, исем өсөн түгел, профсоюз ойошмалары ысынында ла эшсе мәнфәғәттәре һағында торһа, күпкә файҙалыраҡ булыр ине буғай!

Перспектив технологиялар үҫеше үҙәге (ЦРПТ) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йыл Рәсәйҙә иң күп һатылған дарыуҙар - танау тонғанда ҡулланылған тамсылар, цитрамон һәм ибупрофен. “Маңҡа дарыуы” 127 миллион ҡап ( 10,4 миллиард һум), цитрамон – 58,4 миллион ҡап (2,1 миллиард һум) һәм 54,6 миллион ҡап ибупрофен (7,2 миллиард һум) һатылған. Рейтингтың өҫкө сафтарында шулай уҡ омепрозол (ашҡаҙан сиренән), цефтриаксон (антибиотик), парацетамол, бисопролол, панкреатин, корвалол һәм диклофенак, Исемлекте юҡҡа бирмәйбеҙ, - халыҡ юҡҡа алмайҙыр, сихәтен күрәләрҙер.

Рәсәйҙә ике төп интернет эҙләү системалары ҡулланыла – Гугл һәм Яндекс. Эҙләүҙе лә хәҙер “гуглить итеү” тип кенә әйтәләр, сөнки ныҡ таралған. Һәм бына хәбәр ителде – Мәскәүҙәге бер мировой судья “Google” корпорацияһына 7 миллиард 200 миллион һум штраф һалған. Рәсәйҙә тыйылған мәғлүмәт таралыуға юл ҡуйған өсөн. Компанияла әле суд ҡарары менән танышалар, ти, аҙағы нисек булыр инде...
 
Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандың яңы прокурорын тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Игорь Пантюшин 1966 йылда Тамбов өлкәһендә тыуған. 1991 йылда Воронеж дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Липецк өлкәһе Грязинск район-ара прокуратураһында башлай. 2003-2013 йылдарҙа Липецк өлкәһе прокуроры була. 2013 йылдың ноябренән – Владимир өлкәһе прокуроры .

Режиссер, продюсер, «АсҡарФильм» студияһы етәксеһе Айнур Асҡаров «Урал батыр» эпосы буйынса һигеҙ сериялы фильм төшөрөргә йыйыныуы хаҡында белдерә. Фильмды этник стимпанк жанрында (фантастика) төшөрөү, уны кинопрокатта түгел, ә онлайн майҙансыҡтарҙа күрһәтеү планлаштырыла, тине режиссер. Бирһен Хоҙай, “Урал батыр” буйынса төрлө-төрлө фильмдар, йәнһүрәттәр күберәк төшөрөлһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине!

2022 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы аша ике ҡатлы поездар йөрөй башлауы ихтимал. Куйбышев тимер юлы башлығы һүҙҙәренсә, яңы составты, Һамар – Өфө – Санкт-Петербург маршруты буйынса асыу планлаштырыла. Әйтергә кәрәк, Рәсәй тимер юлдары 2021 йылда яңы ике ҡатлы поездар алды. Тәүге вагондар Ырымбур – Һамар – Мәскәү маршруты буйынса юлға сығарыла.Ике ҡатлы вагондарҙа пассажирҙар өсөн душ кабиналары, шәхси сейфтар, һәр купела һауа температураһын көйләгес бар. Тимер юлы тигәндәй, Өфө менән Ҡазан араһында туранан-тура пассажир поездары йөрөмәүен ишетеп һағайҙыҡ. Терәлеп урынлашҡан, туғандаш республикалар өсөн бөтөнләй килешмәгән хәл бит был!
 
Төлкәләр беҙҙең ауылдарға килгеләп кенә хафаға һалмай икән. Интернет селтәрендә видеояҙма таралды:Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа бер ерән мәхлүк хакимиәт бинаһы алдына килеүен төшөрөп алғандар. Иҫе лә китмәй ҙур ултыраҡтың уртаһында ултыра! Хәҙер ни, ҡунаҡҡа айыу-бүре көтөргә ҡалдымы?

Францияның Монредон-Лабессонье ултырағында зоопарктан бер өйөр бүреләр иреккә ысҡына. Тамашасылар килгән ваҡытта! Ярар ҙа хеҙмәткәрҙәр, прокуратура ни әйтер, тип баш тырнап тормайҙар, дүрт йыртҡыс шундуҡ атып үлтерелә, йәнә биш ҡортто наркоз препараты ярҙамында хәрәкәтһеҙләндергәндәр. Бына шулай, мауыҡтырғыс тамаша хәүефле мажараға ла әйләнеүе мөмкин.

Һуғыштан тыныс тормошҡа кире ҡайтыу ауырҙыр. Америкала бомж хәлендә 37 мең хәрби хеҙмәт ветераны иҫәпләнә икән. Билдәле киноартист Арнольд Шварцнеггер ундайҙарға 25 йорт төҙөргә 250 мең доллар бүләк иткән . Бер бәләкәй йортҡа 10 мең доллар тура килә – 733 мең һум тирәһе. Хан һарайындай вилла булмаһа ла, баш өҫтөндә ҡыйыҡ ҡорорға етерлек.

БР Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа , мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшин) туранан-тура һорау бирҙе. «Мине бына нимә борсой. Инстаграмда ҡатынығыҙҙың ҡайҙалыр күсеп китеү өсөн әйберҙәр йыйыуы хаҡында уҡыным. Ҡазанда ла, Өфөлә лә йәшәүегеҙ менән килештем инде. Ләкин өсөнсө ҡаланы һайламайһығыҙҙыр бит?», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров.«Беҙ республикала», — тип яуапланы Радик. Һуңынан иһә артистың ваҡытлыса Рәсәйҙән ситкә күсенеүе билдәле булды. Элвин Грейҙың продюсеры Александр Слюсаренко хәбәр итеүенсә, ул ҡатыны Инзилә менән ай ярым Таиландта йәшәргә йыйына. Сит илдә ул яңы альбом өҫтөндә эшләргә ниәтләй.
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас