

Алма-Атала һәм Манғыштау өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән. Йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн бик күп кеше ҡулға алынған. Ҙур ҡалаларҙа үткән бәрелештәрҙә байтаҡ хоҡуҡ һаҡсылары зыян күргән.
Ил президенты Ҡасим-Йомарт Тоҡаев Ҡаҙағстан хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы указға ҡул ҡуйған, тип тә хәбәр ителдн. Премьер-министр вазифаһын ваҡытлыса Алихан Смаилов башҡара. Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе 19 ғинуарға тиклем дауам итә.
Протест акциялары 2 ғинуарҙа Жанаозен һәм Аҡтау ҡалаларында кешеләр яғыулыҡҡа хаҡтарҙы кәметеүҙе талап итеп пикет ойошторғандан һуң башланып китә. Мәғлүм булыуынса, Ҡаҙағстанда 1 ғинуарҙан зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡ ике тапҡырға күтәрелгән — 60 тәңкәнән 120 тәңкәгә тиклем артҡан. Президент Ҡасим-Йомарт Тоҡаев монополияға ҡаршы органға газ һәм бензин хаҡтарына дәүләт көйләүен индерергә ҡушҡан.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 10 ғинуар Ҡаҙағстанда матәм көнө тип иғлан ителә.
"В связи с многочисленными человеческими жертвами в результате трагических событий в ряде регионов страны президент Казахстана Касым-Жомарт Токаев принял решение объявить 10 января 2022 года днем общенационального траура.
2 января в ряде населенных пунктов Казахстана начались акции протеста. Уже через несколько дней они превратились в массовые беспорядки, сопровождаемые нападениями на органы власти во многих городах страны. Пострадали тысячи людей, есть погибшие. Президент Касым-Жомарт Токаев обратился за помощью к Организации Договора о коллективной безопасности. Миротворцы уже приступили к выполнению задач в Казахстане. По данным властей, 7 января в целом восстановлен конституционный порядок во всех регионах республики. Наиболее сложная ситуация сохраняется в Алма-Ате.
Сығанаҡ: Итар-ТАСС
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.