Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Ғинуар 2022, 08:57

Быйылғы тәүге бәйге

Учалылар ҙа һынатмаған

Быйылғы тәүге бәйгеБыйылғы тәүге бәйге
Быйылғы тәүге бәйге

8 ғинуар  Белорет районының  Ҡоҙғон- Әхмәр ауылында шаулап- гөрләп  традицияға әйләнгән ҡышҡы ат сабыштары үткәрелде. Башҡортсаға ҡалай теүәл тәржемә иткәндәрҙер,  сараның  русса рәсми исеме – “Крылатый конь”, Аҡбуҙат була торғандыр инде.

Башҡорт, ярым-саф тоҡомло аттарҙа 5 номинацияла көс һынашалар, шул иҫәптән саналарҙа ла уҙышҡандар.

Иң ҡыҙыҡлыһы һуңғы ярыш булғандыр: дуғалары, тәртәләре аллы-гөллө таҫмалар менән биҙәлгән саналы, кашауайлы аттар парады ойошторола. Шул иҫәптән Яңы йыл хужаһы Юлбарыҫ ултырған атты әйҙүкләп тау саңғыһы кейгән Ҡыш бабай  елдереп килеп сыҡҡан, ти.

   Учалылар ҙа ситтә ҡалмаған.  Район хакимиәте Руслан Ғиләзетдинов сәхифәһендә был бәйгелә уңышҡа өлгәшкән егеттәребеҙҙе ҡотланы: Арсен Таипов – ике дистанцияла 1-се, Динар Фазлетдинов – 2-се, Илнур Хисмәтов – 3-сө урындарҙа. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас