Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Ғинуар 2022, 03:45

Ирәмәл улы.

Төркөмдәшебеҙҙең матур шиғыры

Ирәмәл улы.Ирәмәл улы.
Ирәмәл улы.

Ирәмәл улы.

Мөхәмәтов Марс Сахияр улына.

Өмөт утым һүнгән саҡта,
Батҡан саҡта һағышҡа.
Шатлыҡ, дәрт һәм илһам эҙләп,
Югереп барам Марсҡа!
Марс ағай - шәп кеше ул,
Ирәмәл тауҙың улы.
Ҡот һәм ырыҫ сығанағы, -
Иманлы уның юлы!
Һә, тигәнсе алып бара
Ғорур тау, Ирәмәлгә.
Сәйәхәтселәр ҡыуана:
Ул инә белә хәлгә!
Шунда тыуып, шунда үҫкән,
( Юғалған ул ауылдар...)
Бәләкәйҙән сыныҡтырған
Уны ҡышҡы дауылдар!
Һәр бер һуҡмаҡты белә ул,
Аңлай йәнлектәр телен.
Ғәҙел, ипле, һәйбәт кеше,
Ярата тыуған илен!
Уны күрһә, тулап ҡуя
Ҡыуаныстан ташйылға.
Шундай изге, ҡотло кеше,
Унһыҙ сыҡмағыҙ юлға!
Һималайға саҡыралар,
Барғым килмәй алыҫҡа.
...Ирәмәлем ҡәҙерлерәк, -
Югереп барам Марсҡа!

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/im?sel=470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас