

Нүрәле.
Беҙҙең яҡта матур тау бар,
Киртләс-киртләс Нүрәле.
Әкиәттәй булған ерҙе
Һис күргәнем юҡ әле.
Аҙаштырмай, ҡаршы ала
Барыһын да Нүрәле.
Хатта бында булған, тейҙәр,
Туҡайҙағы шүрәле.
Оҙон булып йәйрәп ята
Бер-бер артлы Нүрәле.
Бер(е)һен барып ҡараным мин,
Ҡарай торған күп әле.
Шул тауҙарҙы күрәм тиһәң,
Йыраҡ түгел Нүрәле.
Әйҙә дуҫым, барайыҡсы,
Һин дә шуны күр әле.
Һөләймәнем.
Һөләймәнем матур минең,
Юҡ емерек өйҙәре.
Шуны маҡтап йырлағанда,
Моңло сыға көйҙәре.
Ауылымда эш юҡ тиеп,
Һис зарланып ятмайҙар.
Тырышҡандар яйын табып,
Мейәс юлын тапайҙар.
Кәрәк булғас утынға тип,
Урманын да йығалар.
Балыҡ ҡармаҡлайым тиһәң,
Бар бихисап йылғалар.
Бик тырыштар йәшәй бында,
Һис тә ятып ҡалмайҙар.
Ялҡау булған кешеләрҙе
Был ауылға алмайҙар.
Ҡарайым да тирә яҡты,
Ҡуям шуны миҫалға.
Ауылымда күптән лайыҡ
Һәр бер кеше миҙалға.
Адик Оморғолов, https://vk.com/a.umurgulov