

Учалы район-ара прокуратураһы 29 йәшлек урындағы кешегә ғәйепләү һығымтаһын раҫлап, ошо көндәрҙә материалдар судҡа йүнәлтелгән
РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө тураһында һүҙ бара – айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ урман ҡырҡыу.
Тәфтиш органдары версияһы буйынса, 2021 йылдың август айында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә ( “Урал-Тау” ҡурсаулығы) ниндәйҙер рөхсәт булмайынса 7 ҡарағай һәм ҡайын ауҙара, дөйөм күләм 14 кубометр. Бер-нисә көндән пилорамаға алып бара, ҡылмышына полиция хеҙмәткәрҙәре сик ҡуя.
Законһыҙ ағас ҡырҡыу урман фондына 950 мең һум самаһы зыян килтерҙе, тип иҫәпләнгән.
Үрҙә әйтелгән статья буйынса ғәйеплегә 1-3 миллион һум штраф һалыныуы, хатта, иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Исмаһам, айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә үҙебеҙҙе тәртипле тотайыҡ, йәмәғәт, яуаплылыҡ үтә ҡаты бит!
Сығанаҡ - (https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=69457213).