Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Ғинуар 2022, 11:20

Аттарҙы атҡандар

Урындағы фермерҙың тибенлектә йөрөгән 53 баш атын атып киткәндәр.

Аттарҙы атҡандарАттарҙы атҡандар
Аттарҙы атҡандар

 Алтай өлкәһендә ҡот осмалы хәл теркәлгән. Урындағы фермерҙың тибенлектә йөрөгән 53 баш атын атып киткәндәр. Бындай вәхшилеккә кемдәрҙең ҡулы күтәрелгән, билдәһеҙ. Зыян күләме яҡынса 5 миллион һум. Төбәктә был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, енәйәт эше асылған. Әллә һунарсыларҙың, әллә браконьерҙарҙың эшеме икән, тип фаразлайҙар. Фермерға ҡарата үс тотоусы берәйһенең дә ошондай аҙымға барыуы ихтимал тиҙәр. Был әҙәм аҡтығы хайуандарҙы бөтөнләй йәлләп тормаған, барыһының да йөрәгенә атҡан, хатта ҡолондарын да аямаған. Районыбыҙҙа ат аҫраусылар байтаҡ, тибенлектә йөрөгән аттарға күҙ-ҡолаҡ булырға онотмағыҙ.   

 

Фото:politsib.ru

Автор:Алия Даутова
Читайте нас