

Хөрмәтле журналистарҙы һәм полиграфистарҙы һөнәри байрамдары - Матбуғат баҫмалары көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һәр саҡ шулай донъябыҙҙы яҡтыртып, күңелдәребеҙҙе нурландырып, матур, йөкмәткеле гәзит - журналдар сығарып, халыҡты ҡыуандырып , бәхетле, бәрәкәтле тормошта йәшәгеҙ! Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!
Матбуғат баҫмалары.
Йәшәр көнөбөҙҙө биҙәй
Матбуғат баҫмалары.
Яҡты ижад донъяһының
Серле бер ҡапҡалары.
Көтөп ала һеҙҙе ҡарттар,
Инәйҙәр, балалары.
Һеҙ бит - күңел баҡсаһының
Баллы бер алмалары!
Әйҙә, бурандар туҙынһын,
Көрт һалып, яуһын ҡары.
Шатлыҡ өҫтәп, гәзит - журнал
Тик килеп торһон бары!
Иһ, серле туған телемдең
Емешле баҡсалары.
...Мәңге ҡыуандырһын беҙҙе, -
Матбуғат баҫмалары!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619