Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Ғинуар 2022, 11:35

Сабый һәләк булған

янғын урынын тикшергән ваҡытта 2021 йылғы малайҙың кәүҙәһе табылған.

Сабый һәләк булғанСабый һәләк булған
Сабый һәләк булған

12 ғинуар кисендә Туймазы районы Булат ауылында янғын сыҡҡан.

Урынға Бишҡурай ауыл Советының ирекле янғын һүндереү командаһы, Ҡандра ауылы һәм Туймазы ҡалаһы янғын һүндереү бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, өс берәмек техника ебәрелгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төнгө сәғәт 3-сө 24 минутта янғын урынын тикшергән ваҡытта 2021 йылғы малайҙың кәүҙәһе табылған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Һәләк булған сабыйҙың әсәһе янғын сыҡҡан мәлдә 3 һәм 6 йәшлек балалары менән күршеләге өйҙә булған. 

Йортта «Күп балалы ғаилә» программаһы буйынса янғынды иҫкәртеү приборы ҡуйылған булған.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-01-13/bash-ortostanda-yan-ynda-10-ayly-balany-mere-lg-n-2652365

Автор:Алия Даутова
Читайте нас