Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Ғинуар 2022, 06:27

"Беҙҙән Ҡаҙағстанға тиклем туранан ни бары 87 километр...."

Колумнистика

"Беҙҙән Ҡаҙағстанға тиклем туранан  ни бары  87 километр....""Беҙҙән Ҡаҙағстанға тиклем туранан  ни бары  87 километр...."
"Беҙҙән Ҡаҙағстанға тиклем туранан ни бары 87 километр...."

Ҡаҙағстандағы хәлдәр тураһында яҙып тороуҙың да кәрәге юҡтыр, көнө-төнө күрһәтәләр. Бер генә урынға туҡталайыҡ –бола сыҡҡан көндә үк илдәренән Европаға 10 шәхси самолет (бизнес-джет) осто, тип хәбәр ителде. Түрә-ҡара, сереп байыған әфәнделәр ҡасыуы тураһында фараз ителә.  Бына шулай, халыҡты эт урынына үсектерәләр, кинәт хаҡтарҙы ҡырҡа күтәрәләр ҙә, эш олоға киткәс, ҡасырға әҙер генә торалар. Карл Маркс юҡҡа әйтмәгән инде – “Капиталдың милләте булмай”.  Ә бөтә ауырлыҡ әлеге лә баяғы ябай халыҡтың иңенә төшә: урамдарҙа енәйәтселәр ҡотора, магазиндәр бикле, банктар ябыҡ, дауаханалар эшләмәй, интернет юҡ. Ярар ҙа, ОДКБ илдәре бик оператив рәүештә ярҙамға килеп өлгөрҙөләр.  Фетнәселәр хәрби склад-арсеналдарҙы  алып өлгәрһә, эш тамам олоға китер ине!   Бик тә хәүефле хәлдәр инде, Яндекс-карта буйынса үҙебеҙ иҫәпләп ҡараныҡ – Учалы районы сиктәренән Ҡаҙағстанға тиклем туранан  ни бары  87 километр....  Сит ил граждандарын пропискаға ҡуяғыҙ йә эшкә яллайһығыҙ икән, бик уяу булығыҙ, яҡташтар!

Америка табиптары донъяла беренсе булып 57 йәшлек Дэвид Беннет әфәндегә генетик йәһәттән модификацияланған сусҡа йөрәге күсереп ултыртты. Былтыр сусҡа бауырын кешегә  трансплантациялау уңышлы үткәйне.  Сусҡа организмы кешенекенә ныҡ оҡшаш шул,  Дин сусҡа итен ашауҙы тыя, органдарын донорлыҡҡа алыуға ниндәй ҡарашта икән? Ни тиһәң дә, ошо рәүештә кеше ғүмерҙәре оҙайтыла бит.

Ҡытайҙа Ли Цзинвэю әфәндене 4 йәшендә генә урлаған булалар.  Яңы ғаиләлә үҫә. Кескәй булғас, ата-әсәһен иҫләмәй. Бына хәҙер, 30 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, яҙа-йоҙа хәтерҙә ҡалған буйынса ауылының схемаһын һүрәтләй, интернетҡа ҡуйып, ярҙам һорай. Әлеге мәл күрше илдә  625 147 ауыл (5-се кимәлдәге  административ-территориаль берәмек, тип атала), шулай ҙа осона сыға алдылар! Ауылды белгәс, элек балаһын юғалтҡан ундағы  ҡатынға һәм Ли әфәндегә ДНК-тест үткәрелә. Һәм быйыл, 1 ғинуар әсә менән ул осрашҡандар.

Европаны беҙгә мәҙәнилек өлгөһө итеп килтерһәләр ҙә, Францияла Яңы йыл төнөндә генә хулигандар 874 автомобиль яндырған, ти. Һәм ни бары 381 енәйәтсе ҡулға алына, тимәк, күбеһе ҡоро ҡаласаҡ. Полиция ни, 2019 йылды ҡаршы алғанда 1300 автомобиль тәләф ителгәйне, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы бит, тип шатлана...

Төрөк фермеры Иззет Коджак һыйырҙарына компьютерҙағы виртуаль  даирәне күрһәткән  VR-күҙлек кейҙергән.  Малҡайҙар аран эсендә һалам көйшәп торһалар ҙа, үҙҙәрен  йәйге туғайҙа йөрөй тип хис итә. Көндәлек һауым шундуҡ 22 литрҙан 27-гә күтәрелә. Быға тиклем  крәҫтиән һәүкәшкәйҙәренә классик көйҙәр тыңлатып эксперимент үткәргән, әллә ни файҙаһын абайламаған. Шуныһы ла ғорурлыҡ уята: VR-күҙлек  тәүләп Мәскәү өлкәһе ғалимдары һәм ветеринарҙары тарафынан һынала.  Оҙаҡламай смартфондарынан айырыла алмаған йәштәргә һыйырҙар ҙа ҡушылыр буғай.

Әсәйҙәр ҙә төрлө була!  Техас штатында (АҠШ) 41 йәшлек Сара Бим 13 йәшлек улында коронавирус булыу-булмауын тикшертеү өсөн тест алыу пунктына килтерә. Үҙенә йоҡтормаһын өсөн автомобиль багажнигына тығып килтерә!   Полиция шундуҡ тикшерә башланы, әлегә төп ғәйеп – һәр кемгә хәүефһеҙлек ҡайышы тағылырға тейеш, багажникта, тәбиғи, бында ҡоролма юҡ. Әйткәндәй, был ханым уҡытыусы булып хеҙмәт итә икән....

Алтай крайында әлегә билдәһеҙ ҡәбәхәттәр 53 башлыҡ йылҡы өйөрөн мылтыҡтан атып юҡ иткән. Байтағы быуаҙ йә яңы ҡолонлаған бейәләр, ти. Ҡарауһыҙ тибендә йөрөгән булалар. Баҡһаң, сәсеүлектәрҙе тапайҙар, тип хужаларына дәғүә ҡуйылған була, тик бына кеше  моңһоҙлоғонда малҡайҙарҙың ни ғәйебе бар инде?

Көньяҡ Кореяла теүәл иҫәпләгәндәр – 3 йылда бесәйҙәр йөҙҙөн ашыу янғынға сәбәпсе була. АҠШ-та бесәйҙәр күберәк, бында иһә  йылына мең тирәһе ут бәләһендә  ғәйеплеләр. ....үҙегеҙҙең бесәйҙе һүгергә ашыҡмағыҙ. Көнбайышта хәл беҙҙәкенән икенсерәк: кухняларҙа сенсорлы плиталар йыш ҡуйыла, ҡабыҙыу өсөн бармаҡ осо менән еңелсә төртөү ҙә етә, бесәйҙәр  өҫтөнә һикереп менә лә (ризыҡ еҫе сыға бит), яңылыштан ҡабыҙып китәләр икән.

Испанияла урындағы кеше бурһыҡ өң ҡаҙығанда пәйҙә булған ер өйөмдәренә иғтибар итә.  Мәхлүк үҙе лә аңғармаҫтан Боронғо Рим дәүерендә йәшерелгән хазинаға тап булған. 209 тәңкә табыла. Көмөштәре һирәк, төп өлөштә бронза, әммә бары баһаһы юғары.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас