

Илсе ауыл Советы ППМИ -урындағы инициативаларға булышлыҡ программаһы менән бик тә ырамлы эш итә.
Әле 2014 йылда ошо форсат менән файҙаланып Рысай ауылы зыяраты кәртәһе яңыртыла. Һуңынан Илселә быуа төҙөкләндерелә (янғын һүндерергә һыу алыу яйланмаһы ла булдырыла), Рысайҙа ут бәләләре менән көрәш өсөн 25 тонналыҡ ер аҫты резервуары ҡуйыла, Илселә мәктәп ҡоймалары ҡорола (541 метр). Былтыр иһә Рысайҙа 3 километр сым һүҙып, 33 яңы урам яҡтыртыу приборҙары урынлаштырылды, 30-ы алыштырылды.
-Ситтәрәк торған ауыл булғас, уратып, периметр буйынса ла яҡтыртырға тырыштыҡ – төлкө-фәлән килеп йөрөмәһен өсөн, -ти Илсе аыл Советы ултырағы башлығы Азат Вәлитов,- Ҡайһы бер урындарҙа, әйтәйек, Ҡуштүбә урамында, быға тиклем яҡтыртыу бер ҡасан да булмаған.
“Маҡталған диодлы лампалар ҙа сафтан сыға, тип ишеткәйнек, һеҙҙә хәлдәр нисек?”- тигән һорауыбыҙға, Азат Дамир улы былай тип яуапланы:”Элек 3 йыл гарантия бирелә ине, хәҙер -5”.
Әлбиттә, быйыл да илселәр ситтә ҡалмай. 4 йыйылыш үткәреп өлгөрҙөләр, анкеталар аша халыҡ фекерен алыу әүҙем бара. Халыҡ хуплаған тәҡдим- ауыл Советы бинаһының тәҙрәләрен һәм янғында сығыу ишеген яңыртыу. Гәзит уҡыусыларға аңлатма бирергә кәрәктер: ике ҡатлы йорт ауылдың уртаһында урынлашҡан, төп йәмәғәт бинаһы; хакимиәт икенсе ҡатта ултырһа (тәҙрәләре быға тиклем яңыртылған), беренсе ҡатта –фельдшер-акушер пункты, музей, ветеринария участкаһы, ағинәйҙәр ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙҙар советының бүлмәләре. Барыһы ла яңырып, йылынып ҡаласаҡ. Янғын осрағында сығыу ишеге лә ГОСТ талаптарына тура килтереп ҡороласаҡ.
Хаҡы әллә ни түгел икән, 323 мең һум тирәһе (экспертиза үткәс теүәл билдәле буласаҡ). Ҡара иҫәп менән самалағанда, бер йортҡа 100 һум тирәһе иғәнә индерергә тура килерҙер – ауылды артабан күркәмләндереү өсөн бындай ғына аҡсаны бер кем дә йәлләмәҫтер! Был инициативаны йомғаҡлау буйынса дөйөм йыйылыш 25 ғинуарға планлаштырылған. Хәйерле сәғәттә булһын!