+24 °С
Ямғыр


Кисә, 13 ғинуар 18:30 тирәһендә Учалы ҡалаһының Әхмәтғәлин урамында 42 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе Chevrolet Tahoe машинаһында 16 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан. Үҫмер йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан сығып барған булған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға буйынса тикшереү башланған.