Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
17 Ғинуар 2022, 05:10

Яҡташыбыҙ Флүрә Килдейәрова үҙенең бенефисында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Юбилейы матур үткәрелгән

Яҡташыбыҙ Флүрә Килдейәрова үҙенең бенефисында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Флүрә Килдейәрова үҙенең бенефисында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Флүрә Килдейәрова үҙенең бенефисында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

15 ғинуарҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йырсы һәм педагог Флүрә Килдейәрова үҙенең юбилейын билдәләне.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында абруйлы ҡунаҡтар, Флүрә Килдейәрова класын тамамлаусылар һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм уға республиканың юғары дәүләт наградаһын – Салауат Юлаев орденын, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

«Күп йылдар инде әүҙем ижадығыҙ менән Рәсәйҙең йыр сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ. Башҡарыу оҫталығығыҙҙы яратҡан уҡыусыларығыҙға тапшыраһығыҙ, һәр береһенең ижади һәм тормошонда ҡатнашаһығыҙ», – тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Концерт программаһында халыҡ йырҙары, опера ариялары һәм камера-вокаль лирика яңғыраны. Йырсыға Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ксения Равнейко ҡушылып уйнаны. Концертты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова алып барҙы. Билдәле сәхнә оҫталары Иҙрис Ғәзиев һәм Йәмил Әбделмәнов та юбилярға музыкаль ҡотлауҙарын еткерҙе, тип хәбәр итә "Башинформ" агенлығы.

Бөтә ҡотлауҙарға "Яйыҡ" уҡыусылары исеменән дә ҡушылабыҙ!

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы,. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй инем. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға яраттым. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас