Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Ғинуар 2022, 08:44

«Баш йүнәтеү” аҙағы бик ауыр

Миндәктә ларек таланған  

«Баш йүнәтеү” аҙағы бик ауыр«Баш йүнәтеү” аҙағы бик ауыр
«Баш йүнәтеү” аҙағы бик ауыр

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә Миндәк ҡасабаһынан 47 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә: иҫкесә яңы йылға ҡараған төндә кемдер уның аҙыҡ-түлек магазинын талаған, зыянды яҡынса 5 мең һумға баһалай.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың эҙенә тиҙ төштө. БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 37 йәшлек, быға тиклем дә хөкөм ителгән урындағы  кеше ларекты талауын таныған да инде. Бер-нисә ай туҡтамай хәмер эскән, “мәңгелек сарсыу”ҙы ҡандырыу өсөн кибеттең тәҙрәһен ҡайырып асып ингәндә инде. Кассанан аҡса, аҙыҡ-түлек, хәмер алып ҡаса. Иртән тороуы үтә ауыр булғандыр инде -  хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп тә етә.

РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (бинаға законһыҙ үтеп башҡарылған уғрылыҡ) эш ҡуҙғатылған , иң ҡаты яза – 5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү.  «Баш йүнәтеү”  бик ҡиммәткә төшмәксе.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас