Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Ғинуар 2022, 04:50

Гөрләп торҙо Ишбикә

Күңелле байрам үтте Юлдаш ауылында

Гөрләп торҙо ИшбикәГөрләп торҙо Ишбикә
Гөрләп торҙо Ишбикә

Юлдаштан  Ғилмановтар, Ғариповтар, Баҡыевтар, Байрамғоловтар ғаиләләре һәм күршеләре менән тауға барып, Иҫкесә Яңы йылды ғаилә байрамы итеп үткәрергә булдылар. Был ниәттәрен белеп ҡалғас, бүтәндәр ҙә  ихлас ҡушылды. Шулай итеп, 70-80 кеше Ишбикә тауына йүнәлде.

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тип юҡҡа әйтелмәгән. Барыһы ла саналарҙа тауҙан шыуып кинәнде, балалар йомшаҡ таҙа ҡар өҫтөндә көрмәкләшә, гармунсы ла килгәс, байрам тағы ла ҡыҙып китте, бейеү-йырлауҙар күңелдәрҙе елкендерҙе. Ололар үҙҙәренең бала саҡтағы мажаралары тураһында һөйләп  тә көлдөрҙө. Фирүзә самауырын да ҡайнатып ебәреп, Ғәлиевтар  барыһын да оло ҡаҙанда бешергән эҫе былау менән һыйланы.

 

Тауҙа байрам

 

Башҡайҙары ап-аҡ булып

Ялтырап ятҡан Ишбикә

Был шәмбелә Юлдаштарҙы

Ул йыйып алды үҙенә.

Йыйыйлғандар Ишбикәгә

Балалар, йәштәр, ололар.

Эй, шаулап, гөрләп уйнайҙар

Төрлә санала шыуалар.

Ир балалар гөр килешеп

Ҡар өҫтөндә көрәшәләр.

Ололар ҙа, йәштәре лә

Бейеп гөр килешәләр

Туҡтамай ҡар яуһа ла.

Һалҡынлыҡ боҙмай кәйефте

Былауҙар, самауыр сәйе

Дәртләндерә күңелдәрҙе.

Көнө буйы Ишбикәлә

Матур көйҙәр яңғыраны.

Бик күңелле, матур үтте

Юлдаштарҙың тауҙа ялы!

Эйе, был ял матур үтте

Бик ныҡ күтәрҙе кәйефте.

Барыһы ла кисен клубта

Марш уйнарға килеште.

 

Нәҡ шулай,  тәбиғәт ҡосағындағы байрамда дәртләнгән ауылдаштар  кисен клубҡа, “Учалы маршы”  бейергә лә йыйылды. Бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ был байрамдан, барыһына ла рәхмәт!

 

Мәрйәм Ҡамашева, Юлдаш ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас