Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2022, 09:25

Балалар зыян күргән

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Балалар зыян күргәнБалалар зыян күргән
Балалар зыян күргән

19 ғинуарҙа иртән Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылы янында балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Lada Niva водителе, идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Дүртөйлө ҡалаһынан ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция тиҙ арала ярҙамға юлланған.

Аварияла өс кеше, шул иҫәптән 2010 йылғы ҡыҙыҡай һәм 2009 йылғы  малай зыян күргән.

«Ҡотҡарыусылар уларҙы машинанан сығарып, ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған. Табиптар ҡарағандан һуң, уларҙы өйҙәренә оҙатып ҡуйғандар», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-01-19/bash-ortostanda-ot-aryusylar-y-msh-yg-n-mashina-esen-n-voditelde-m-ike-balany-sy-ar-an-2660030
Автор:Алия Даутова
Читайте нас