Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
19 Января 2022, 03:32

“Башҡорт ҡыйыу, сабыр тиҙәр, Ысындыр ул, ысынлаптыр”.

Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

“Башҡорт ҡыйыу, сабыр тиҙәр, Ысындыр ул, ысынлаптыр”.“Башҡорт ҡыйыу, сабыр тиҙәр, Ысындыр ул, ысынлаптыр”.
“Башҡорт ҡыйыу, сабыр тиҙәр, Ысындыр ул, ысынлаптыр”.

Рамай Рәис улы Ҡаһиров (Рамай Ҡаһир) 1962 йылдың 19 ғинуарында Учалы районының Өргөн ауылында тыуған, Учалы урта мәктәбен тамамлағас, дәүләт именлеге хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Әле – тимер юл тармағы хеҙмәткәре, өлгөлө ғаилә башлығы.  Биш китап авторы. Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған " Илһам шишмәләре" шиғриәт фестиваленең 2002, 2006 йылғы номинанты, Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премия лауреаты, БР һәм РФ  Яҙыусылар союзы ағзаһы. Һәм “Яйыҡ” гәзитенең тоғро дуҫы, даими авторы.  Районыбыҙҙың ауылдарына  арнап шиғырҙар яҙыуы ғына ни тора! Күп ултыраҡтарҙың тарихында беренсе шиғри бағышламалар бит улар. Журналистикаға яңы жанр индерҙе тип тә әйтерлек – мәҡәлә геройҙары тураһында  ҡәҙимгесә текст менән яҙып, һуңында шиғыр менән образды йомғаҡлап, хуплап-йөпләп ҡуя. Гәзит уҡыусыларының күбеһе был алымды бик йылы ҡабул итте.

Ҡәләмдәшебеҙ, төбәгебеҙҙең тоғро, көслө рухлы һәм  нескә күңелле улын ихлас күңелдән оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ! Һәм һуңғы дәүерҙә ижад иткән бер-нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Ысындыр ул, ысынлаптыр!

Башҡорт өсөн иң ҡәҙерле
Иман, ҡурай, юртаҡ аттыр.
Иле өсөн утҡа керер, -
Шикләнмәгеҙ, ысынлаптыр!
Гонаһ ҡылыу, ғәйбәт һөйләү
Уның өсөн хәрәм, яттыр.
Тик иманлы булыр өсөн
Тыуған бит ул, ысынлаптыр!
Туған телен, ерен, халҡын
Яҡлай икән, тимәк хаҡтыр.
Иһ, Аллаһым! Көс - ҡөҙрәт бир,
Имандарын уның арттыр!
Башҡорт бит ул йыр яратҡан,
Илаһи бер моңло заттыр.
Тел асҡыстарын бир уға, -
Ырыҫ - ҡотон, данын арттыр!
Башҡорт ҡыйыу, сабыр тиҙәр,
Ысындыр ул, ысынлаптыр.
...Әгәр дөрөҫ әйтәм икән, -
Һүҙҙәремде ҡеүәтләп тор!

Ҡарттарса.

Хәлдәр нисек тип, һорама,
Йәшәүҙәрем - ҡарттарса!
Тормош йөгөн тартып киләм
Йөк атындай, аттарса.
Йәп - йәш бары һөйөү хисем,
Көс - кәр генә ҡарттарса.
Бәхетлемен, һөйгән йәрем -
Яратһа, яраттырһа!
Күңел тулһа - һайрап алам,
Һандуғастай, ҡоштарса.
Һеҙгә булған мөнәсәбәт
Дуҫтар, ҡалһын дуҫтарса!
Бәйге күрһәм, ярһып торам
Юртаҡ кеүек, аттарса.
...Ғашиҡ булам йәштәр һымаҡ,
Фекерләйем ҡарттарса!

 

 Үҙ - үҙемә.

Ҡояш таңдан йылы бөркә,
Сағыу, көлтә нурҙар сәсә.
Дауылдар менән булышмай,
Һин дә шулай матур йәшә!
Түҙеп булмай, күңелеңдең -
Йылылығын өләшмәйсә.
Буштан ғына рәнйетһәләр,
Сабыр ҡалсы, өндәшмәйсә.
Дошмандарың таш атҡанда
Йәшә тыныс, үҫләшмәйсә.
Дан артынан ҡыумайынса,
Хәллеләрҙән көнләшмәйсә!
Йәйме, ҡышмы?! Айырма юҡ,
Алсаҡ ҡояш нурҙар сәсә.
...Шөкөр итеп, риза булып,
Рәхмәттәрҙе уҡып йәшә!!!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас