

Башҡортостан сигенән 40 километр алыҫ булмаған Ырымбул өлкәһенең Беляевск районында шәхси хужалыҡта бешмә (ящур) ауырыуы теркәлгән. Ауырыу республикабыҙға үтеп инмәһен өсөн әлеге ваҡытта хәүефһеҙлек саралары күрелә. Бешмә – малдар араһында таралған хәүефле ауырыу. Сирҙең кешегә лә йоғоуы ихтимал. Ауырыу малсылыҡҡа етди зыян килтерә. Яҡташтарыбыҙға ситтән, билдәһеҙ кешеләрҙән мал, аҙыҡ һатып алырға кәңәш ителмәй. Мал һатып алғанда мотлаҡ оҙатыу ҡағыҙы булырға тейеш. Әгәр ҙә, малдарығыҙҙа сирҙең билдәләре күҙәтелә ҡалһа, мотлаҡ дәүләт ветеринар хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон 8(34791) 6-12-56, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге - 8(34791) 6-15-32.
Хәтерегеҙҙә булһа, 2017 йылда республикала Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә ауырыуы осрағы теркәлде. Быға Үҙәк Азия төбәктәренән килтерелгән һарыҡтар сәбәпсе булды. Сирле мал юҡ ителде.
фото https://support.google.com/legal/answer/3463239?hl=ru