

Аҡ ҡайындар гәлсәр таж кейгәндәр...
Иңдәрендә - шәлдәр, семәрле...
Күк көмбәҙен ярып ҡояш ҡалҡа...
Тәбиғәттең сихри бер мәле...
Ҡайындарҙың ап-аҡ тәлгәштәре
Шәмәхәләй төҫкә күмелде...
Әйтерһең дә, тылсым эйәһенең
Буяуҙары ергә түгелде...
Мең-мең төҫтә балҡып, яна ҡарҙар,
Тылсым буяуҙары ҡағылғас...
Бәҫтәр әйләнделәр ынйыларға...
Әкиәттәге кеүек һәр ағас...
Рәхмәтлемен, Хоҙай, мөғжизәле,
Ғәжәйеп бер төштәй өнөмә.
Ошо сихри таңды ҡабул итәм
Бүләгең тип тыуған көнөмә!
Автор: Сәкинә Тотманова