Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 14:35

“Әсәлек капиталы”на хоҡуғы киңәйтелә

Яңғыҙ атайҙарҙың “әсәлек капиталы”на хоҡуғын киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды

“Әсәлек капиталы”на хоҡуғы киңәйтелә
“Әсәлек капиталы”на хоҡуғы киңәйтелә

Закон проекты 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙарға ҡағыла.

Дәүләт Думаһында яңғыҙ атайҙарҙың “әсәлек капиталы”на хоҡуғын киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды. Был хаҡтағы закон проекты пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа хупланды.

Закон проекты 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙарға ҡағыла. Шулай уҡ вафат булған әсәләре Рәсәй гражданлығына эйә булмаған осраҡта, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған, Рәсәй гражданлығы алған, беренсе балаһын тәрбиәләгән атайҙарға ла ҡағыласаҡ.

Дәүләт Думаһы балаһын  яңғыҙы тәрбиәләгән атай вафат була ҡалғанда сабыйҙарҙы яҡлау  буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә уйлай. Был осраҡта “әсәлек капиталы”на хоҡуҡты  балаларға тигеҙ өлөштәрҙә  күсереү мөмкинлеге ҡарала.

“Әсәлек капиталы” – ғаиләләргә 2007 йылдан алып “Демография” милли проектына ярашлы күрһәтелгән социаль ярҙам сараһы. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ул беренсе бала тыуғанда бирелә.

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-01-19/ya-y-atay-ya-y-almayasa-2659403

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: