Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2022, 06:10

Өйҙән эшләйәсәктәр

Хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә кәңәш бирҙеләр.

Өйҙән эшләйәсәктәрӨйҙән эшләйәсәктәр
Өйҙән эшләйәсәктәр

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә кәңәш бирҙе.

«Табиптарыбыҙға ярҙам итеү һәм медицина учреждениеларына йөкләмәне кәметеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә кәрәк. Был тәү сиратта өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға ҡағыла», — тине ул.

Мишустин шулай уҡ дистанцион эшкә күсмәгән хеҙмәткәрҙәргә тест үткәреү кәрәклеге хаҡында ла әйтте.

«Мөмкин тиклем хәүефһеҙ шарттар булдырыу мөһим», — тип билдәләне Мишустин.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-01-19/r-s-y-esh-bire-sel-rg-he-m-tk-r-r-e-y-n-eshl-g-k-sererg-t-dim-itelde-2659659

Автор:Алия Даутова
Читайте нас