Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 09:47

250 процент килеп сыға!

Йәйәүлеләр тапала! Урамды сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булайыҡ

250 процент килеп сыға!
250 процент килеп сыға!

2021 йыл Учалы районы биләмләрендә 10 йәйәүлене автомобилдәр төрттөрә.  2020 йыл менән  сағыштырғанда 6 осраҡҡа күберәк, 250 процент килеп сыға!  Әле башланып ҡына торһа ла, быйыл да ике-өс күңелһеҙ ошондай осраҡтар теркәлде.

Урамды сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булайыҡ, йәмәғәт, күреп торабыҙ бит – күптәребеҙ светофорҙа ниндәй ут яныуына күҙ генә һирпә лә, йәнә телефонына төбәлеп атлауын дауам итә. Ә бит донъяла тәртипһеҙ, аҡты-ҡараны күрмәгән водителдәр ҙә етерлек! Һәм, әлбиттә, махсус билдәләнгән урындарҙа ғына юлды арҡырыға атларға мөмкин.

  Учалы ҡалаһының Тәүтәҙөүселәр һәм Төҙөүселәр урамдарының киҫелеше тирәһендәрәк 19 йәшлек ике ҡыҙҙы “Лада Гранта” менән идара иткән 20 йәшлек яҡташыбыҙ бәрҙерҙе. Ярар ҙа, патруль ҡылған “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре шундуҡ ярҙамға ташланалар,  бәләгә тарыған балаҡайҙарҙы кисектермәй Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына оҙаталар.

Тиҙерәк сәләмәтләнеп китһендәр инде!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: