Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 13:36

Икеләтә бәхет!

Илсе ауылында ҙур байрам

Икеләтә бәхет!
Икеләтә бәхет!

Бала бәхете өсөн иң тәү сиратта ни талап ителә?  Яндарында алсаҡ һәм айыҡ (!) ата-әсәләре булыу!  Ә ата-әсәләрҙең айыҡлыҡты хуп күреүҙәре арҡаһында әкиәттәгесә ҡупшы уйын майҙансығы ҡалҡып сыға икән - бәхеттәре икеләтә-өсләтә арталыр.

Илсе "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп, 5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеүе тураһында яҙғайныҡ. Һәм бына, ошо аҡсаның бер өлөшөнә ауылда уйын майҙансығы сафҡа тапшырылды. Асыу тантанаһы бик күңелле үтте, был хаҡта киләһе һан гәзиттә. Афарин, илселәр!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: