Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 10:35

Интернет аша аралашҡан

Ҡатын интернетта бер ир менән танышҡан

Интернет аша аралашҡан
Интернет аша аралашҡан

Өфөнән 36 йәшлек ҡатын интернетта бер ир менән танышҡан. Ул үҙен Фрек тип таныштырған. Ярты йыл буйы ир менән ҡатын социаль селтәр аша аралашҡан, өҫтәүенә, гүзәл зат вәкиле “һөйгәне”нә аҡса ла ебәреп торған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сит илдә йәшәгән ир яҡташыбыҙҙан даими бурысҡа аҡса һораған икән. Бынан тыш, был кеше Өфөлә йәшәгән ҡатынға нимәлер һалынған посылка ебәрергә ғәҙәтләнгән һәм уның өсөн аҡса түләүҙе һораған. Шулай итеп, гүзәл зат вәкиле сит илдә йәшәгән был кешегә аҡсалата ярҙам итергә ынтылған. Өҫтәүенә, үҙ иҫәбенә кредит рәсмиләштергән һәм был сумманы ла теге иргә ебәргән.

Бер мәл “Фрек” тип үҙен таныштырған әҙәм бәйләнешкә сыҡмаған, шул ваҡытта ғына ҡатын уның мутлыҡ ҡылыусы икәнлеген аңлап ҡалған. Ошонан һуң, ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре банк реквизиттарын тикшергәс, ҡатындың аҡсаны сит илдәге иҫәпкә күсереүе хаҡында белгән. Һөҙөмтәлә тиҙ ышанып барыусан ҡатын мут иргә 2 миллион һум аҡса күсергән. Енәйәт эше асылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы республикала йәшәүселәргә һаҡ, абай булырға өндәй. Әгәр аҡса күсереү тураһында ниндәйҙер шикле шылтыратыу булһа, тиҙ генә әңгәмәне өҙөргә кәңәш ителә. Ниндәйҙер иҫәпкә аҡса күсерергә, үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтергә ярамай икәнлеге хаҡында ла онотмағыҙ. Шуға тик билдәле сайттарға ышанығыҙ, шикле тойолған иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Заман "Остап Бендерҙары" йоҡламай, уяу булығыҙ!

Фото: postila.ru

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-19/atyn-y-ar-uyau-buly-y-2661040

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: