Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 14:10

Кәүҙәһен баҙға йәшерә

Энеһе менән икәүһе араһында ыҙғыш сыға

Кәүҙәһен баҙға йәшерә
Кәүҙәһен баҙға йәшерә

Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса Тәфтиш бүлеге былтыр ҡылынған енәйәт эшенә нөктә ҡуйҙы. Тәфтиш комитеты белдереүенсә, 2021 йылдың 4 ноябрендә полицияға Өфө кешеһе мөрәжәғәт итә, дүрт йыл элек энеһен үлтереп, кәүҙәһен фатирындағы баҙға йәшереүен таный. Тикшереү барышында баҙҙа ирҙең кәүҙәһе табыла. Был әҙәм үҙенең 32 йәшлек энеһе менән йәшәгән булған, 2017 йылдың 31 октябрендә энеһе наркотиктан иҫереп ҡайтҡан булған, улар араһында ыҙғыш сыға, һөҙөмтәлә ир энеһенең муйынына ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Кәүҙәһен баҙҙа йәшерә. Энеһен береһе лә эҙләмәй, сөнки уның юғалыуы тураһында бер кем хәбәр итмәй, туғандары менән аралашмаған булалар. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, эш судҡа ебәрелгән.      

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: