Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 13:09

Ә атының ҡушаматы – Ирәмәл

«Урал бөркөтө» -2022 йылдың 24 ғинуарында  драма Учалы филармонияһы сәхнәһендә ҡуйыласаҡ. Учалы тамашасылары легендар яҡташыбыҙҙың тормош юлын үҙенсәлекле формала яҡтыртҡан был әҫәргә битараф ҡалмаҫ, артистарҙың сығышын ҡарап, әҫәргә үҙ баһаһын бирер тип ышанғы килә.

Ә атының ҡушаматы – Ирәмәл
Ә атының ҡушаматы – Ирәмәл

2021 йылда республикабыҙ күренекле дәүләт эшмәкәре, хәрби начальник, Граждандар һуғышы батыры, Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләп үтте. Легендар комбриг башҡорт милли частәрен ойоштороусыларҙың береһе була. 1919 йылдың октябрь айынан Мортазин Төркостан фронтының Илецк хәрби төркөмөндә Уралдағы аҡ казактарға ҡаршы һуғыша, һуңыраҡ Көньяҡ- Көнбайыш фронтына ебәрелә, аҡ поляктарҙан Киевты азат итеүҙә ҡатнаша. 1920 йылдың июненән Муса Мортазин 2-се атлылар төркөмөнөң командиры була.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Мортазин РККА кавалерияһында яуаплы урындарҙа эшләй. 1920 йылың декабренән Муса Мортазин хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары итеп ҡуйыла. 1921-1922 йылдарҙа – хәрби комиссар, БашЦИК председателе, РКП (б)-ның Башҡорт обкомы ағзаһы. Ике тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә.
Муса Мортазин-байтаҡ хәрби хеҙмәттәр, «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында» китабы авторы (1927).
1937 йылда Муса Мортазин ҡулға алына һәм атырға хөкөм ителә. 1956 йылдың 14 июлендә реабилитациялана. 1967 йылдың 11 июлендә сыҡҡанСССР Юғары Советы президиумы указы буйынса наградаларға хоҡуғы ҡабаттан тергеҙелә.
    Учалы районындағы куп башҡорт ауылдарының ир-аттары Муса Мортазин етәкселеге аҫтында хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Мортазин Һәйтәк ауылы аша үткәндә ике взводлыҡ кешене үҙенең полкына ҡуша. Ҡоҙаш ауылынан егеттәр иһә юлда, Наурыҙ эргәһендә, засадаға осрай һәм бер өлөшө ҡырыла. Рәсүл ауылынан Шәмиғолов Фәйзулла Ғәйфулла улы Муса Мортазинда адъютант була, аҙаҡ шуның өсөн репрессияға эләгә. Шуға ла Учалы районы халҡы өсөн М.Мортазин данлыҡлы яҡташ ҡына түгел, яҡын туған, ә Граждандар һуғышы осоронда кемдәргәлер полкташ, яуҙаш, ә ҡайһыларға, хата, дошман да булған. Болғансыҡ заман, ил тарихы өсөн ауыр ваҡыттарҙа йәшәгәнгә күрә, уның хаҡында халыҡ хәтерендә төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы иҫтәлектәр һаҡланған. Муса Мортазин ике тапҡыр берсә ҡыҙылдар яғына, берсә аҡтар яғына сыға. Мортазинды күреп-белгәндәр комбригтың бик ҡыйыу, үткер, талапсан, хата, ҡайһы осраҡта,  аяуһыҙ булыуын иҫләр булғандар.
Польша фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Г.Х. Камалов иҫтәлектәренән: «Беҙҙең атлылар бик етеҙ хәрәкәт итеүе арҡаһында еңелмәҫ булды. Иҫкәрмәҫтән, көтмәгәндә һөжүм итеүе менән дошмандарға сикһеҙ ҡурҡыу тойғоһо уята инек. Аҡ поляктар беҙҙе «ҡырағайҙар», «азиаттар бригадаһы» тип атанылар ».
Муса Мортазин эсмәүе, тартмауы менән дә башҡаларҙан айырылып торған. «Һалдаттарға эсергә тыйманы, эсмәһә лә, үҙ өлөшөнән баш тартмай торғайны. Үҙенә тейеш булған араҡыны кружкаға ҡойҙороп алып, ситкәрәк китә лә, ниндәй көн торошона ҡарамаҫтан, билгә тиклем сисенеп ташлап, «тауыш көр булһын, күкрәк һыҙламаһын өсөн» тип ыуына ине».
«Башкавбригада бер заман поляктарҙың полк оркестрын ҡулға алды. Мортазин оркестранттарҙы иҫән ҡалдырып, уларҙан  «Интернационал»ды уйнатты, шулай итеп ул һуғыш алдынан үҙенең һалдаттарының хәрби рух көсөн күтәрәрергә булышлыҡ итте». Муса Мортазин үҙе лә бик матур йырлаған, музыканы бик оҫта тойған булған. Уның ҡыҙы Шәүрә атаһы тураһында шулай тип хәтерләй: «Атайыма музыканы абсолют ишетеү көсө тәбиғәттән бирелгән ине, тауышы шул тиклем матур ине ».
Кавалерия полкында шундай тәртип индерелгән булған: күптәнән килгән кадровый аттарҙы бөтәһен дә «А» хәрефенә атарға, запаста торған резерв аттарға иһә «О» хәрефенә башланған атамалар ҡушырға, яңы килгәндәренә «Ч» хәрефенә исем уйларға. Полкта булған писарь аттарҙы ҡайҙа ебәреү һәм ниндәй атама биреү өсөн дә яуаплы була.
Һалдаттар араһында шундай хәбәрҙәр ҙә йөрөгән: «Морттазинға эштә, һуғышта ғына түгел, хатта ат һайлауҙа ла уңыш йылмая». Ирәмәл ҡушаматлы ат Мусаның ысынлап та хәрби дуҫы була. Мортазиндың тәмәке тартмауына ла аты сәбәпсе булған тиҙәр: Ирәмәл тәмәке еҫен яратмаған икән. Дошман килгәнен аты әллә күпме саҡрымдан да тойор булған. Ул бышҡырып, ҡалтыранып, тыпырсынып, ҡурҡыныс килеүен алдан белгерткән, һәм Муса кисекмәҫтән полкты яуға күтәргән...
Ҡаты һәм талапсан булһа ла, Мортазин яу уҙғас үҙенең яуҙаштарына бик иғтибарлы булған тиҙәр. «Муса һалдаттар менән үҙен тиң тота ине, - тип иҫләгән каптенармус Миңлейәр Баймөхәмәтов. - Ул һәр саҡ егеттәр менән бергә булды, йыш ҡына улар менән бер котелоктан ашаны». Муса Мортазиндың бөтә поход ауырлыҡтарын һалдаттар менән тиң тартыуы хаҡында Дунаевтың «Һуғыш ветерандары» статьяһында ла әйтеп үтелә: «Муса Мортазин ҡыҙыҡлы, ҡыйыу, аҡыллы хәрби начальник ине, ул Суворовты бик ихтирам итә ине һәм үҙен дә нәҡ Суворовса тота ине: уңайлыҡтарҙан баш тартып, ябай һалдаттар менән бергә ашап йөрөй торғайны. Тап ошо Суворов принциптары уға һуғышта ярҙам итә ине».
Башкавбригада частәре менән берлектә Муса Мортазин Бөрйән-Түңгәүер кантонында башланған халыҡ восстаниеһына бәйле килеп тыуған сәйәси аңлашылмаусанлыҡты хәл итеүҙә лә ҡатнаша. Нәҡ уның ҡатнашыуы күпләп ҡан ҡойошто туҡтатырға булышлыҡ итә лә инде.
Репрессияға дусар ителгән комдивтың ғаиләһендә алты бала була. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы бик аяныслы. Былар инде айырым һөләшеү өсөн тема.
Муса Мортазиндың яҙмышы яҙыусылар, художниктар, драматургтар ижадында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яҡташыбыҙҙың тормошона арнап байтаҡ китаптар яҙылған: Раиса Устинованың «Розы и шипы комбрига Муртазина», Рәүф Насировтың «Ҡылыс ҡында килешә», Азат Ярмуллиндың «Муса Мортазин», Рәүеф Шаһиевтың 2020 йылда «Халыҡ улы Муса Мортазин» исемле китаптары, «И совесть, и жертвы эпохи» исемле китапта Ғәзим Шафиҡовтың «Для ратных дел рожденный» исемле ҙур очеркы һәм башҡалар. Легендар комбриг исеме Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалаларында, Учалы ауылындағы урамдарға бирелгән. Муса Мортазиндың тыуған ауылы Көсөктә уның шәхси һәм хәрби тормошона арналған музей асылған, бында билдәле яҡташыбыҙҙың документтары һәм шәхси әйберҙәре ҡәҙерләп һаҡлана. Учалы районында уның исеменә арналған премия булдырылған.
Муса Мортазин, Фәттәх Ибраһимов һәм Башкавбригаданың башҡа командирҙары образы билдәле совет художнигы Василий Яковлевтың «Красные командиры» тип аталған картинаһында (1928) һынландырылған. Был картина күп тапҡыр выставкаларҙа ҡатнашҡан, бөгөнгө көндә РФ Хәрби көстәре Үҙәк музейында һаҡлана.
2021 йылдың аҙағында Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса режиссер, БР атҡаҙанған артисы С.Ғ. Әфләтүнов ҡуйған «Урал бөркөтө» исемле драматик версияың премьераһы булып үтте. Был сәхнә әҫәре легендар яҡташыбыҙҙың данлы ла, фажиғәле лә яҙмышы тураһында һөйләй. 2022 йылдың 24 ғинуарында иһә драма Учалы филармонияһы сәхнәһендә ҡуйыласаҡ. Учалы тамашасылары легендар яҡташыбыҙҙың тормош юлын үҙенсәлекле формала яҡтыртҡан был әҫәргә битараф ҡалмаҫ, артистарҙың сығышын ҡарап, әҫәргә үҙ баһаһын бирер тип ышанғы килә.

Фәнүр Шаһиев, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: