Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 13:26

Ләйсән –беренсе

Еңеүсе тураһында тулыраҡ яҙайыҡ  

Ләйсән –беренсе
Ләйсән –беренсе

Өфөлә "Terra Zima" - "Ҡышҡы һабантуй" фестивале сиктәрендә уғатарҙар ярышы лә үткәрелә.

Яҡташыбыҙ Ләйсән Бүләкова 1-се урын яулап һөйөндөрҙө!

Ләйсән Вил ҡыҙы Иманғол мәктәбендә инглиз телен уҡыта. Заманында тренер Рөстәм Теләүбирҙин  уғатарлыҡҡа әүрәтә лә, хәҙер дүрт йыл ошо хәрби сәнғәт менән ихлас шөғөлләнә. Улай ғына ла түгел,  тренер таныҡлығы алыуға ирешеп, Учалы ҡалаһының Ижад һарайында үҙе лә балаларға күнекмәләр бирә.

Ләйсән ханымдан тәҫьораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.

-Был ярыштарҙа кинәнеп ҡатнаштым.  Минең өсөн төп ҡатмарлыҡ – һаҙаҡ элеп, ҡулға ян тотоп һунар саңғыларында йүгереү.  Спорт саңғыларында елдереү өйрәнгән эш, ә бында яңыса  хәрәкәт итеүгә ҡулайлашырға тура килде.

Ярыш Өфөнөң йылға ярында үтте. Маршрут бөтөнләй таныш түгел.  Көн һалҡын торҙо.  Йәрәбә буйынса 27-се булып сығам, ҡатнашыусылар араһында старт 3 минут һайын бирелә, сират еткәнсе туңып тә өлгөрҙөм.  Шуға ла, йылыныу өсөн дә тиһәк була, уҡтай алға ынтылдым. Әммә үҙемә теүәл бурыс ҡуйҙым: иң мөһиме, уҙышыу менән мауығып, яҙа атмаҫҡа – сәпкә тейҙермәйһең икән, штраф рәүешендә 20 секунд өҫтәлә бара. Ә бармаҡтар туңған, кереш тартыуы ла, тоҫҡау ҙа ауыр бирелә.   3D формаһында, йәғни күләмле һын итеп әҙерләнгән, төрлө дистанцияларға ҡуйылған һеләүһен һәм ҡабан һындарына  тейҙереү талап ителә, барлығы 6 уҡ бирелде. Тырыша торғас, ҡаршылаштарҙы тиҙлек буйынса ла, мәргәнлек буйынса ла үтеп киткәнмен, Аллаһҡа шөкөр!- ти мәргәнбикә.  Учалы спортсылары  данын  быйылғы йылда беренсе булып Башҡортостан кимәлендә яңғыратҡан мәргәнбикәне ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: