Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 08:17

Сит илдәрҙә лә танылған ғалим

Фән докторы Юлай Янбаев юбилейын билдәләй.

Сит илдәрҙә лә танылған ғалим
Сит илдәрҙә лә танылған ғалим

Юлай Әғләм улы Янбаев 1962 йылдың 21 ғинурында Учалы районының Наурыҙ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта белемде Илсе, Иманғол мәктәптәрендә ала.

1979—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын «ҡыҙыл дипломға» тамамлай, СССР Фәндәр Академияһының биология филиалында аспирантурала уҡый, 1986—1987 йылдарҙа МГУ Биология үҙәгендә стажировка үтә.

1989 йылда Минск ҡалаһында генетика буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1987—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире.

2001—2007 йылдарҙа Янбаев Ю.Ә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ғилми тикшеренеү секторы етәксеһе, фән эштәре буйынса институт директоры урынбаҫары булып эшләй.

Әлеге мәлдә Янбаев Юлай Әғләм улы Башҡорт дәүләт аграр университетында  ғилми үҙәкте етәкләй.

Юлай Әғләм улы — экология буйынса биология фәндәре докторы, 214 ғилми статья (23 – сит ил баҫмаларында) һәм 12 монография авторы.

Яҡташыбыҙҙы ҡотлап, ҡоростай һаулыҡ, именлек һәм бәхет, яңынан-яңы үрҙәрҙе артылыуын теләйбеҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: