Яйыҡ
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 13:45

Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғына

 Әйберегеҙҙе онотоп кире өйгә инергә тура килһә үртәләнмәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә ошо ваҡытта һеҙҙең шулай тотҡарланыуығыҙҙы теләй.

Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғына
Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғына
Йәнегеҙҙе юҡ-барға үртәләмәгеҙ, мәҫәлән юлда машиналар тығынында торғанда, берәй ергә өлгөрмәгәндә, әйберегеҙҙе онотоп кире өйгә инергә тура килгәндә. Был йәнгә тейһә лә, ваҡ нәмәләр. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә ошо ваҡытта һеҙҙең шулай тотҡарланыуығыҙҙы теләй.

Икенсе мәртәбә иртән билдәләнгән ваҡытта тора алмаһағыҙ, балаларығыҙ балалар баҡсаһына барғанда әкрен кейенә, автомобилегеҙҙең асҡысын таба алмай ҡаңғыраһығыҙ икән, көйәләнмәгеҙ, ваҡытты кисектереп, Хоҙай һеҙҙе шулай һаҡлай. Барыһы ла Раббыбыҙ ҡулында.
«Бәлки, йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғыналыр. Үҙегеҙгә зыян килтергән нәмәне яратыуығыҙ ҙа ихтимал. Аллаһы Тәғәлә белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ” (хәҙистән).

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: