Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 13:40

Юрағаның алдыңа килә

– Палатағыҙҙа ныҡ тынсыу, елләтегеҙ! – Валяға тамыҙғыс ҡуйырға килгән шәфҡәт туташы шулай тиеү менән ҡатындар, урындарынан тороп, коридорға йүнәлде. Йоҡа һарғылт сәсе майланып бөткән 39 йәшлек Валентина беҙҙе һағышлы ҡарашы менән оҙатып ятып ҡалды. Ул ярты йыл элек баҫ­ҡыс­тан төшөп килгәнендә тайып арҡаһына йығылған да, үтер әле, тип табиптарға мөрәжәғәт итмәгән. Һыҙланыуҙарға нисек түҙеп йөрөгән тиһең...

Юрағаның алдыңа килә
Юрағаның алдыңа килә

  Ыңғай уйҙар ярҙамында ҡурҡыныс сирҙе лә, тормош һынауҙарын да еңергә була
– Палатағыҙҙа ныҡ тынсыу, елләтегеҙ! – Валяға тамыҙғыс ҡуйырға килгән шәфҡәт туташы шулай тиеү менән ҡатындар, урындарынан тороп, коридорға йүнәлде. Йоҡа һарғылт сәсе майланып бөткән 39 йәшлек Валентина беҙҙе һағышлы ҡарашы менән оҙатып ятып ҡалды. Ул ярты йыл элек баҫ­ҡыс­тан төшөп килгәнендә тайып арҡаһына йығылған да, үтер әле, тип табиптарға мөрәжәғәт итмәгән. Һыҙланыуҙарға нисек түҙеп йөрөгән тиһең... Бөтөнләй аяҡтан яҙғас ҡына ире уны дауаханаға килтергән – йығылғанында барлыҡҡа килгән шеш эренләп, төпкә китеп, умыртҡа һөйәген зарарлаған. Операция бик үк уңышлы яһалмаған, ахыры, һаман аяғына баҫа алмай. Хәйер, төп ғәйеп үҙендә – шеште аҙҙырып, табиптарға оҙаҡ мөрәжәғәт итмәй йөрөгән. Һәм хәҙер үҙ аллы кесе ярау ҙа итә алмай (бәүел ҡыуығын катетер ярҙамында бушаталар), көнө кешегә ҡалған. Уға барыһы ла, ауыртһа ла, ҡыйын булһа ла, ҡыбырларға тырыш, табиптар хәлдәренән килгәнде эшләне, хәҙер барыһы ла үҙеңдән тора, ти. Әммә Валя әҙ генә ҡымшанырға ла ҡурҡа – һыҙланыуҙар үҙәгенә үткән. Үтеү генәме, сабырлығының аръяғына сыҡҡан. Ниңә генә шундуҡ дауаханаға килмәнем икән, тип терһәген тешләрҙәй булып ята...
Коридорға сығып, шундағы эскәмйәләргә йәйелгәс, үҙебеҙҙе электр сымдарына ҡунаҡлаған турғайҙарға оҡшатып ҡуйҙым – тегеләй-былай йөрөгән һәр кемгә команда буйынса тиерлек берҙәм генә боролоп ҡарап ултырабыҙ. Дауаханала ял көнөндә башҡа шөғөл юҡ. Коридор осонда аҡ халатлы берәү күренеү менән арҡаларҙы турайтабыҙ. Мәктәптә уҡытыусылар дәрес һайын тиерлек: «Арҡаңды төҙ тот!» – тип туҡыһа ла, был кәңәш бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сыға ине, ә хәҙер табиптарҙың: «Көмрәйеп ултырып, үҙегеҙгә үҙегеҙ проблемалар тыуҙыраһығыҙ», – тип бер әйтеүе етте – нейрохирургия бүлегендә һәр икенсе кеше арҡа-бил менән яфалана. Бер торошта оҙаҡ ҡатып ултырыуҙың да зарарлы икәне мәғлүм, мотлаҡ тороп, аяҡ-ҡулдарҙы, билде яҙып алабыҙ.
– Был табип – минеке, өмөтөгөҙҙө һәлберәтмәгеҙ, – алдыбыҙҙан ҡарағайҙай оҙон, имәндәй ныҡлы кәүҙәле нейрохирург үтеп киткәс, Троицк ҡалаһынан килгән Таисия Павловна урынынан ҡалҡынып-ҡалҡынып китте. – Мин уны тәүге көндән үк үҙемә һайлап ҡуйҙым.
«Минеке» тип әйтеүе – шаяртыуы, әлбиттә. Үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күтәреп, мөләйемерәк ир табиптарҙы һәм пациенттарҙы үҙ-ара «бүлешеп» алғандар ҙа, «ана, минеке килә», «тегендә һинекен күрҙем» тип мәрәкәләйҙәр. Бына әле лә Таисия Павловна Гөлфиә апайҙың биленә төрттө:
– ҡара әле, һинең егетең китте.
Кәм тигәндә алтмыш биш-етмеш йәштәр тирәһендәге «егет», тәгәрмәсле махсус ҡулайламаға йәбешеп, аяҡтарын өҫтөрәй-өҫтөрәй эргәбеҙҙән йылмайып, баш ҡағып үтеп китте. Ул өйөнөң ҡыйығын ремонтлағанда осоп төшөп, башын, умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгән.
– Был ир эшкә шәптер инде, – тиешә ҡатындар. – Бер ҙә тик ятмай, гел махсус күнекмәләр эшләй.
– Һәйбәт кеше, ахыры, ана бит күпме туған-тыумасаһы, дуҫ-ише килә янына.
– Дауаханала ятҡанда килеп хәлде белеш­һәләр, рәхәт булып ҡала ул.
– Эйе, килмә-килмә, тип әйтһәң дә, килеп сыҡһалар, дәртләнеп, тиҙерәк һауығырға тырышаһың.
– Эй, уныһы кешенән ҡала. ҡайһы берәүҙәрҙең килгәненән килмәгәне артыҡ, бөтә энергияңды һурып алалар, хәлдән тайҙыралар. Вампирҙар!
«Вампирҙар» тураһында бер килке ҡыҙып-ҡыҙып хәбәр теткәндән һуң шымып ҡалдыҡ.
– Әйткәндәй, теге йәш егет күренмәй ҙәһә! Операцияға алып киттеләр ҙә, шунан һуң зым-зыя юҡ булды, – кинәт Гөлфиә апай телгә килә.
– Реанимацияла яталыр, – тим. – Әйҙәгеҙ, хәлен белешеп, шәфҡәт туташтарынан һорайыҡ!
– Әйтмәйҙәр, – ти Гөлфиә апай. – Бында тик үҙең тураһында ғына белешергә мөмкин, башҡалар хаҡында – ләм-мим! Кисә реанимациянан сыҡҡан бер ҡатын, ул унда юҡ, тине.
– Уның башында яман шеш булған, ахыры, шуға уны онкобүлеккә күсергәндәрҙер, – тип фаразлай Таисия Павловна. – Табиптар операция өҫтәлендә тәү ҡарауҙан уҡ шештең яманмы-түгелме икәнлеген күрәлер, улар­ға биопсия диагнозды асыҡлар өсөн генә кәрәктер.
Нейрохирург бысағы аҫтына ятыр алдынан, үлермен инде, хәлем мөшкөл, тип өмөт­һөҙлөккә батҡан ун һигеҙ йәшлек егеттең хәлен уйлап, тағы тын ҡалабыҙ. Бында табиптар ҙа, пациенттар ҙа, үҙ хәлеңде үҙең ыңғай­ға көйләһәң, операция ла уңышлы үтә, тип тора. Ни тиһәң дә, уй көсө бар, нимәне күп уйлайһың, ғәҙәттә, шул алдыңа баҫа.
Алдыбыҙҙан, эре-эре баҫып, ике табип үтеп китә. Икеһе лә буйсан, ныҡ кәүҙәле.
– Йәш кенә булһа ла, ныҡ һәләтле нейрохирург, – тип, Гөлфиә апай Максим Геращенко исемлеһенә ымлай. – ҡулдары – алтын!
– Ошо Максим Владимирович кәүҙәгә хас та минең ирем! – күңелһеҙ уйҙарға сумған Таисия Павловна ҡабаттан теремекләнеп китте. – Эйе, үҙем уймаҡтай ғына булһам да, ирем – ике метрлыҡ ул! Андрюшкам үҙе килеп һылыу ине, үҙе гармунсы! Ауылда уға ғашиҡ булмаған ҡатын-ҡыҙ ҡалмағандыр. Тансыға сыҡһаҡ, янына барырлыҡ түгел, ҡыйыуыраҡ ҡыҙҙар тегене һырып ала ла ҡуя. Билде ҡыҫып торған итәкле күлдәктәр тегеп кейеп, сәсемә атлас таҫмалар тағып, тегеләй йөрөйөм, былай йөрөйөм, хатта башҡалар­ҙың күҙе сейләнеп бөтә, ә гармунсы мине күҙенә лә элмәй.
Аттай ҡыҙҙарға иҫе киткән, тип эй эсем боша, илайым, егеткә асыуым ҡабара, ләкин һөйөүем кәмер урынға, киреһенсә, арта ғына! Бер көн, гармунсыны тик йыр-бейеү менән генә алдырып була, тигән фекергә килеп, таҡмаҡтар өйрәнергә тотондом. Батырсылыҡ итеп, алдында саң борҡотоп тыпылдап бейеп, зәһәр-зәһәр таҡмаҡтар әйтә башлағайным, тәки күрҙе бит мине! Күреү генәме, минең түңәрәккә сығыуымды көтә башланы. Шунан китте мөхәббәт тоҡанып! Үәт әй, әле генә йәш һымаҡ инек, күҙ асып йомғансы тотош ғүмер үткән дә киткән... Арабыҙға инергә теләүселәр күп бул­ды, ләкин үҙемдең өлөшкә төшкән көмөштө ҡулдан ысҡындыраммы һуң?! Шөкөр, Андрюшкам менән матур донъя көттөк. Уның бына тигән бер туған ҡустыһы бар ине, ана шуның яҙмышы үкендертә – өйләнмәй ҙә гүргә инеп китте. ҡатын-ҡыҙ тәненең йылыһын белеү түгел, ҡыҙҙарҙы бер тапҡыр ҙа үпмәй мәрхүм булды. Уны армияға оҙат­ҡан ҡыҙ, көтөрмөн, тигән вәғәҙәһен тотмай, кейәүгә сыҡҡан. Әллә шул елбәҙәген ғүмер буйы онота алманы, әллә хыянатын кисермәй, бөтә ҡатын-ҡыҙ затына һыуынды – этем белһен. Шул ҡәйнешем мәрхүм булғас, ирем уның йортон һатты ла, аҡсаны өс өлөшкә бүлде: береһе – беҙгә, икенсеһе – апаһына, өсөнсөһө – йәшләй үлгән ағаһының балаларына. ҡәйнештең банкылағы иҫәбендә байтаҡ аҡса бар ине, шуны апаһы алды. Ғәҙел бүлер, тип көттөк. ҡайҙан, бер тинен дә үҙенән арттырманы! Апаһының ҡомһоҙлоғона ахырғаса ышанмаған ирем ныҡ туҙынды ла, башҡа минең апайым юҡ, тип араларҙы өҙҙө.
Ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуйған Таисия Павловна – Троицк ҡалаһыныҡы. Уны ла Силәбе өлкә дауаханаһына ауыр хәлдә килтергәндәр. Укол-фәлән алып, терелеп китте бер аҙ, ләкин тулыһынса һауығыр өсөн ҡатмарлы операция талап ителә. Уның өсөн Төмәнгә барырға кәрәк. Кәрәк булһа, ҡаф тауы артына ла барам мин, тигән апай танауын төшөрмәй, бөтөрөнөп ултырмай, башҡаларҙы ла шуға өндәй: «Бар нәмәне яҡшыға юрағыҙ! Юрағаның гел алдыңа баҫа ул. Һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Донъя көтәм тип, өҙлөгөүең дә ихтимал».
Әммә мәшәҡәттәргә күмелеп йәшәп өйрәнгән ҡатындар дауаханала ла эшһеҙ ятмай: бер-береһенән төрлө бәйләм өлгөләрен өйрәнә, аш-һыу рецептарын белешә, күргән-белгәндәре менән бүлешә. Әле лә, палатаны елләткәс, һәр кем үҙ шөғөлөнә сумды – бөгөн ял көнө...

https://www.ye02.ru/zd/6330-yura1171any1187-aldy1187a-ba1195a.html

 

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: