Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
23 Января 2022, 11:24

“Икеләтә яуаплылыҡ тоям хәҙер”

Рәүеф Вәли улы Шаһиевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды.

“Икеләтә яуаплылыҡ тоям хәҙер”“Икеләтә яуаплылыҡ тоям хәҙер”
“Икеләтә яуаплылыҡ тоям хәҙер”

Яҡташыбыҙ Рәүеф Вәли улы Шаһиевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды.
Мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич тың “Кем өсөн?” шиғырынан ҡанатлы юлдар менән аталған был награда 2010 йылдан ғәмәлгә индерелде. Башҡорт милләтен берләштереү, милли телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙҙы һаҡлауға оҙайлы йыл хеҙмәт иткән гуманитар өлкә эшмәкәрҙәре дәртләндерелә.
Был осраҡта, награда геройын тапты, тип ауыҙ тултырып әйтерлек! Яңыраҡ 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Рәүеф ағайыбыҙ 21 китап авторы, барыһы ла халҡыбыҙ тарихына, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә, тәбәк һәм республикабыҙға бәйле.
Рәүеф Вәли улы ниндәй генә эштәрҙә эшләмәһен (Яңы Байрамғол мәктәбе директоры, ауыл Советы рәйесе, “Өлкәр” альманахы мөхәррире, БДУ-ның Учалы филиалы уҡытыусыһы), һәр саҡ илһөйәр булып ҡалды, илебеҙ тарихын өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Филолология фәндәре кандидаты (1999 йыл), М.Минһажетдинов исемендәге премия (2009), РСФСР Мәғариф министрлығы грамотаһы (1983), бихисап район-республика баҫмалары лауреаты. Бына 2021 һөҙөмтәләре буйынса ла, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең премияһына лайыҡ булған.
-Башҡорт менән татар – бер ҡоштоң ике ҡанаты бит инде, татар гәзитендә лә танылыу миңә кинәнес булды, - ти Рәүеф Вәли улы, -Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының миҙалы тураһында әйтеп тә тораһы түгел инде – икеләтә, өсләтә яуаплылыҡ артҡанын тоям. Әлбиттә, ныҡ шатландым: хәлдән килгәнсә халыҡ өсөн хеҙмәт итәм, ә был награда фәҡәт бар башҡорт халҡы исеменән бирелә.
Шуны ла һыҙыҡ өҫтәнә алыр кәрәк – Рәүеф ағай кемдер ҡасандыр ниндәйҙер ярҙам күрһәтер, тип көтөп ятмай бит ул. Был осраҡта көтөп көтөк булырға ла мөмкин – республика иҫәбенә сығарылған китаптар һаны йылдың-йылы кәмей бара. Шуға ла арыу-талыу белмәйенсә бағымсылар эҙләй, маҡсатҡа ирешһә, тағы ла дәртләнеберәк тотона, ниҙер килеп сыҡмаһа ла төшөнкәләккә бирелмәй, баш баҫып эшләүен дауам итә. Бына, мәҫәлән, “Икмәк булһа, йыр ҙа була” (“Байрамғол” совхозы тарихы), “Светила наук отчего края” (төбәгебеҙҙән сыҡҡан ғалимдар) һәм башҡа ҡулъяҙмалары ни заман инде сират көтөп нәшриәттәрҙә яталар.
-Муса Мортазин, Күбәләк-Тиләү ырыуы буйынса материалдар туплау өҫтөндә ныҡышмалы эш алып барам бөгөнгө көндә, - ти әҙип, - Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде, бөйөк, ваҡыты менән дәһшәтле тарих биттәре тураһында ололарҙың белеп-күргәндәре, халыҡ хәтирәләре тап әлеге мәл ташҡа баҫылып ҡалмай икән, бер-нисә тиҫтә йылдан һуң улар эҙһеҙ юғаласаҡ! Шуға ла хаҡлы ялда тыныс ҡына ҡул ҡаушарып ятырға хаҡым юҡ әлегә.
Рәүеф ағайға был мәшәҡәтле, ваҡыты менән ҡәҙерһеҙ, әммә ныҡ кәрәкле эшмәкәрлегендә уңыштар теләйбеҙ һәм күсмә генә түгел, иң тура мәғәнәлә лә “башҡорт халҡы наградаһы” алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас