

Быйыл 22 февраль ирмәк дата хасил буласаҡ – 22.02.2022. Бәғзе кешеләр ошо көн никах теркәү тураһында ғариза биргәндәр ҙә, ошо урынды икенселәргә һатып маташа. Кем 200, кем 300 мең һумға. Бер ахмаҡ, хатта, 22 022 022 һумға һатыу тураһында иғлан ҡуйған, ти. Мәскәүҙең ЗАГС идаралығында аңлатма бирергә ашыҡтылар: берәй пар тәғәйен ваҡытта никах теркәүҙән баш тарта икән, сиратты башҡаларға бирә лә, һата ла алмай.
Киткән кеше китеп кенә ултырһа яҡшыраҡ инде ул! Сыуалыштар башланғандан ике аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс кенә Ҡаҙағстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаев халыҡты тыныслыҡҡа өндәп мөрәжәғәт итте. Һүҙ ҙә юҡ, ил өсөн бик күп эшләгән юлбашсы, әммә.... Бына әле, халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәс ике кейәүе берсә эштән сығарылды: АО «КазТрансОйл» рәйесе Димаш Досманов һәм "QazaqGaz" Милли компанияһы рәйесе Кайрат Шәрипбаев, икеһе лә газға хаҡ ҡырҡа күтәрелеүгә бәйле булыуҙары ихтимал. Ә өсөнсө кейәүе, табип, генерал-майор Рәхәт Алиев, ҡайныһы менән ара боҙолғандан һуң енәйәтсе, тип иғлан ителгәйне һәм 2015 йыл Австрия төрмәһендә, бик тә серле шарттарҙа һәләк була. Нурсотан Абиш улы үҙе лә ғүмерлеккә Именлек советы рәйесе итеп тәғәйенләнгәйне, фетнә ҡупҡас йәһәт вазифаһынан төшөрөлдө. Эйе, ҡәҙер бар саҡта вазифаны бушатыу (тулыһынса бушатыу!) хәйерлелер.
7 йәшлек ҡыҙыҡай иң бай блогерҙар иҫәбенә инде: былтыр 28 миллион доллар эшләй, беҙҙең аҡсаға 2 миллиард 121 миллион һум! Әммә был осраҡта бер ҙә елдән килгән аҡса түгел. Настя Радзинская – Краснодар ҡалаһынан. Тыумыштан церебраль паралич диагнозы ҡуйыла, табиптар атлай ҙа, һөйләшә лә алмаясаҡ, тип иҫкәртәләр. Ата-әсәһе бар көстәрен сабыйҙы сәләмәтләндереүгә йүнәлтә, шул иҫәптән, видеокамераға йыш төшөрәләр, интернет аша башҡа кешеләр менән аралаштыралар. Ҡыҙыҡай телетапшырыусы һәләте менән тыуғандыр, йәһәт тамашалар ҡорорға әүәҫләнә лә китә. Шөкөр, сиренән дә ҡотола. 2018 йылдан ғаиләһе менән Америкала йәшәй. Бер тапшырыуын беҙ ҙә ҡараныҡ –һөйкөмлә, шуҡ балаҡай, тиңдәштәрен үҙе уйнаған уйынсыҡтар, ғаиләһе менән ҡылған сәйәхәттәр, ғөмүмән, тирә-йүндәге донъя менән мауыҡтырғыс итеп таныштыра. Күҙ генә теймәһен!
СССР һәм РФ гимндары бер музыка бит инде. Липецк өлкә Советы ултырышында йәш егет – КПРФ депутаты Александр Ушаков Советтар Союзы гимны һүҙҙәрен йырлай. Видеояҙманы ҡараныҡ -махсус рәүештә ҡолаҡ ҡарпайтмаһаң, ишетерлек тә түгел. Икенсе партия депутаттары полицияға ошаҡлай һалып, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылыуын юллайҙар. Йәнәһе лә, РФ дәүләт символдарын ҡулланыу тәртибен боҙған. Ушаков иһә, ғәйебем юҡ, ни бары тарихыбыҙға ихтирам күрһәттем, тип раҫлай. Эйе, өлкә депутаттарының, башҡа эштәре юҡмы икән ни!?
Беҙҙә генә, берәҙәк эттәргә “Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәләренә” һымаҡ мөнәсәбәт. Ҡалған илдәрҙә, хайуандар кешегә хәүефле икән, бер ҙә иркәләп тормайҙар. Гонконгтың бер районда алйырҙандар хужаларына коронавирус йоҡторорған, тигән шик булыу менән, 2 мең йорт йәнлектәрен юҡ итеү тураһында ҡарар сығарыла.
Кардифф университеты (Бөйөк Британия) ғалимдары социология тикшереүе үткәрҙе. Коронавирусҡа ҡаршы зәңгәр битлек кейгән ир-ат ҡатын-ҡыҙҙарға ялан бит йөрөгәндәргә ҡарағанда һөйкәмләрәк булып күренә, ти. Заман башҡа –заң башҡа, пандемияға тиклем, сит кешеләрҙә битлек башлыса ытырғаныу, шомланыу тойғолары уятҡан булған.
Эшҡыуарҙарға клиент теләге закон шул. Айыҡ аҡыл, әҙәп, ғөрөф-ғәҙәт төшөнсәләрен ситкәрәк этәреп тороу бер ни түгел. Омск ҡалаһында бер ритуаль агентлыҡ яңы төр хеҙмәтләндереүҙе рекламалай: кремацияланған (яндырылған) мәйеттең көлөн фейерверк эсенә һалып күккә атыу, “бәхилләшеү салюты” тип атала.... Американан үрнәк алғандар. Баштарына тай типкән клиенттар табыла икән, бындай “салюттарҙың” атыу урынын да теүәл билдәләргә кәрәк, юғиһә, ултыраҡ эсендә лә осора башлаһалар, ҡалған кешеләргә лә мәйет саңы менән һуларға тура киләсәк бит!
Өфө мэры Сергей Греков 18 ғинуарҙа ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә коммуналь өлкәлә эшләгән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү тураһында хәбәр итте. Беҙҙең Учалыла ла был проблеманы нисектер хәл итергә ине. Дворниктарҙың байтағы ауылдарҙан йөрөп эшләй, ҡалабыҙҙы гөлдәй итеп тоталар, ә эш хаҡтарын һораша башлаһаң.....