Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Ғинуар 2022, 04:59

Күрһәткес – ярайһы!

Башҡорт уҡсылары Рәсәй турнирында ҡатнашты

Күрһәткес – ярайһы!Күрһәткес – ярайһы!
Күрһәткес – ярайһы!

Орел ҡалаһында үткән Рәсәй кубогына чемпионатта  Башҡорт уҡсылары  ярайһы сығыш яһаны. Бөрйән районынан Нәйлә  Ишкилдина  3-сө урын яуланы.  Шулай уҡ Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылы егете Рахманғолов Ғәфүр 4-се урынға сыҡты.
Ә күрше Силәбе өлкәһе уксыһы Эльвира Әминева 2-се  урын алған
 Алдан хәбәр иткәйнек, Башҡортостан вәкилдәре араһында Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева ла булды.  Динә ханым  беҙҙең менән тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

-Орел ҡалаһында Рәсәй кимәлендә  ярыш 5 көн дауамында барҙы. Беренсе көн квалификация булһа, икенсе көненә - финалдар.Финалға иң яҡшы 16 уҡсы сыға. Ике төр ярыштың финалына эләктек. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы.Беҙҙең башҡорт уҡсылары үҙҙәренең көслө икәндәрен иҫбатланы. Яҡут, бурят ҡыҙҙары ныҡ оҫталыҡ күрһәтте. Бай тәжрибә алып, икенсе йылға яҡшылап әҙерләнергә маҡсаттар ҡуйып дәртләнеп ҡайттыҡ.

Эйе, Аллаһ бойорһа, алда еңеүҙәр күп булыр әле, иң оло ҡаҙаныштар оҫталыҡ менән фәҡәт тәжрибәгә нигеҙләнә бит ул!

 

Фото алынды  “Мәргән уҡсы” төркөмөнән -  https://vk.com/mergenyk

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас