Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
25 Ғинуар 2022, 09:01

Сыҡты, таланы, ултырҙы

Смартфондарҙы 3 меңдән осора  

Сыҡты, таланы, ултырҙыСыҡты, таланы, ултырҙы
Сыҡты, таланы, ултырҙы

Эске эштәр бүлегенә 31 йәшлек ҡатын һәм 43 йәшлек ир мәрәжәғәт иткән булалар: паркта йөрөгәндәрендә иҫерек бәйләнеп, аҡса таптыра башлай. Маҡсатына ирешә алмағас, ҡорбандарының ҡулынан смартфондарын һыпыра тартып алып, юҡ була. Шуныһы ла яман – телефон чехолында банк картаһы ятҡан була,  һуңыраҡ счеттан 8 мең һум урланыуы ла асыҡлана.

Полиция хеҙмәткәрҙәре, юлбаҫар – 36 йәшлек Учалы ауылы кешеһе икәнлеген асыҡлай, төрмәлә ултырып, быйыл көҙ генә иреккә сығарылған икән. Кеше талағандан һуң бер айҙан ашыу ваҡыт Силәбе өлкәһендә ҡасып ята, тип билдәләй БР буйынса эсе эштәр министрлығы.

Ошо көндәрҙә ҡулға алынды, ғәйебен таныған, ти  Картанан урланған аҡсаға хәмер алып эскән, ә телефондарҙы өсөр мең һумға урамдағы осраҡлы бәндәләргә һатҡан. Енәйәт эше ҡуҙғатылды. “Джентельмены удачи” кинокомедияһындағы һымаҡ килеп сыға инде: “ Урланың, эстең – төрмәгә, урланың, эстең – төрмәгә”.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас