Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Ғинуар 2022, 11:07

Мәхәббәткә илткән 7 тупһа

Асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек

Мәхәббәткә илткән 7 тупһаМәхәббәткә илткән 7 тупһа
Мәхәббәткә илткән 7 тупһа

  Бик тә хәүефле билдә – Башҡортостанда никахтар менән сағыштырғанда  айырылышыуҙар  75 процентҡа еткән, ти статистика мәғлүмәттәре. 100  ғаиләгә уртаса 140  бала тура килә. Был бит депопуляция менән янай, йәғни афәт, бәлә-ҡазалар килмәйенсә лә халҡыбыҙҙың юҡҡа сығыуы мөмкин. Дөрөҫөрәге, афәт һиҙҙермәйенсә генә,  әхлаҡ нигеҙҙәре ҡороу аша пәйҙә булды.

Ата-бабаларыбыҙ яҡшы белгән, рух зәғифләнә икән, кеше лә, ғаилә лә, ҡабилә лә, дәүләт тә йәшәй-үҫешә алмаясаҡ. Рух, әхлаҡ ҡалҡанының ҡаҡшау билдәләре түбәндәгесә төҫмөрләнә:

-аҡыл эйәләрен ихтирам итмәү;

-балалар ата-әсәләренә баш бирмәү;

-ир менән ҡатын араһында низағтар туҡтамау, айырылышыуҙар артыу;

-уҡыуға, белемгә ынтылыш кәмеү;

-ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрөү;

-яҡшы ғөрөф-ғәҙәттәр, туған тел онотолоу.

  Ошо билдәләр күҙәтелә икән, халыҡ ни тиклем генә бай һәм ҡеүәтле булмаһын, Ер йөҙөнән юҡҡа сығасаҡ. Иғтибар итегеҙ әле, тап әхлаҡ нормалары ифрат юғары кимәлдә тотолғанда олатай-өләсәйҙәребеҙ  ҡәеүәтле дәүләт тәҙәнә, донъяла беренсе булып   йыһан киңлектәренә күтәрелә алды.

Әлеге техник прогресс кешелекте камиллаштырмай бит ул, ни бары коммуникацияны яҡшырта, аралашыуҙы еңеләйтә. Һәм аҙғындарға нығыраҡ аҙырға һәм башҡаларҙы аҙҙырырға мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Көнбайыш илдәре “шәхес ирке” һылтауы менән ни тиклем аҙғынлыҡҡа бирелеүе тураһында ишетеп торабыҙ, был хаҡта конкрет миҫалдар менән хатта яҙыуы ла оят кеүек! Шөкөр, беҙҙә төп  рухи ҡиммәттәр әлегә урынында ҡала.  РФ Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ билдәләне: Рәсәйҙә ата-әсә бер ваҡытта ла  енесһеҙ  №1 һәм  №2 булмаясаҡ, беҙҙә “Ғаилә – ир һәм ҡатындың берлеге”, был хаҡта Конституцияға ла яҙылды.

   Ир менән ҡатын араһындаға мөнәсбәттәрҙе тик  енси бәйләнешкә генә ҡалдырыу  - күрәләтә йәштәрҙе алдау, баштарын бутау. Ә бит хәҙер ҡайҙа ла  фәҡәт енси тотанаҡһаҙлыҡ пропагандалана, ниндәйҙер “  ирекле мөхәббәт” тураһында  сейле-бешле “йондоҙҙар”  мониторҙарҙан, телеэкрандарҙан көнө-төнө ләстит һата....

  Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен ғалимдар 7 фазаға айыра, тулы мөхәббәткә еткәнсе 7 тупһа аша үрмәләү тип атайыҡ.

1-се тупһа.  Әүрәү. Егет менән ҡыҙ бер-беренә биология кимәлендә тартыла,  енес, матурлыҡ  күркәмлегенә әүрәй, яңылыҡҡа ынтыла.  Тереклек донъяһында “феромон” тигән төшөнсә бар бит,  ике енес  вәкилен билдәле биохимкик берләшмәләрҙең еҫе лә   ымландыра. Кеше яҡшы мәғәнәлә “иҫерек”кә әйләнә, айыҡ аҡылын юйа.

2-се тупһа. Һиллек. Маҡсаттарына ирешкәс, ике яҡ та ҡәнәғәтләнеү, тынысланыу осоро кисерә. Хис-тойғолар ашҡынып тормай башлай.

3-сө тупһа.  Бүгеү. Был осорҙа  ир  менән ҡатын “берҙән-берем” тигәндәре ҡәҙимге кеше икәнлегенә инана. Улай ғына ла түгел,  етешһеҙлектәрен артығы менән күрә башлайҙар. Биологик кимәлдә тартылыу тамамлана, ә кеше яҡынлығы башланмай әле. Тап ошо осорҙа (1-3 йыл) бер-беренән тамам төңөлөү, айырылышыуҙар йышая. Ташлашҡандан һуң яңы партнер менән мөнәсбәттәр йәнә 1-се фазанан башлана, ваҡыты еткәс тамамлана.  Кеше сихырлы яман түңәрәк буйынса йүгерә лә йүгерә, тамам хәле бөтөп йығылғансы. Был беҙҙең замандың киң таралған ҡасафаты.

Ә кемгә  аҡыл, күңел киңлеге һәм тәрбиә етә, улар мөнәсәбәттәрҙең киләһе фазаларына күтәреләләр.

4-се тупһа. Сабырлыҡ.  Ир һәм ҡатын бер-беренә кеселеклерәк булырға, етешһеҙлектәрен кисерергә өйрәнәләр. Ғаиләне һаҡлау, балаларҙы етем итмәү өсөн түҙеү саманан тыш юғары хаҡ түгел икәнлегенә төшөнәләр.  Һәр кешелә ыңғай һыҙат барлығын аңларлыҡ дәрәжәлә аҡылдары уҫешә.

5-се тупһа. Бурыс һәм ихтирам.  Ир менән ҡатын  бер-берен кеше булараҡ ихтирам итә башлайҙар,  һәр кеменең  ғаилә ағзаһы сифатында үҙ бурысы булыуын аҡыл менән дә,  күңел менән дә абайлайҙар.

6-сы тупһа. Дуҫлыҡ. Ир менән ҡатын бер-беренә шәхес  булараҡ тартылалар.

7-се тупһа. Тулы мөхәббәт.  Кешеләр бер-берен фәҡәт һоҡландырғыс шәхес булғандары өсөн һөйәләр. Ир – ҡатынының, ҡатын – иренең  айырылғыһыҙ өлөшө икәнен  тоялар, был мөнәсәбәттәр  ғүмерҙең  аҙағынаса дауам итә.

Йәштәргә шуны төшөндөрөү зарур. Беҙҙең ата-әсәләр йәш булғандарында шулай уҡ  үҙаллылыҡҡа, шәхестәрен танытыуға, яңылыҡҡа ынтылғандар, мөхәббәттән юғары бер ни юҡ, тип уйлағандарҙыр. Эйе,  улар ҙа мөхәббәтте енси  ынтылыуҙан айырып ҡарай белмәгәндәрҙер. Һәм, әлбиттә, тормош юлдашы һайлау мәсьәләһендә кемдеңдер аҡыл өйрәтеүенә ҡаршы торғандарҙыр. Әммә тормошто күрә торғас, барыһы ла йәш саҡта уйлағанса ябай түгеллегенә төшөнәләр. Тормошто аңлау, ысын мәхәббәт кешеләргә  ғүмер үткәс кенә килеүе мөмкин – донъя шулай ҡоролған. 

Аҡыл эйәләре күптән әйткән: мөхәббәт – бер-береңә төбәлеү түгел, мөхәббәт – бер йүнәлешкә бағыу.   Йүнәлештәр төрлө булыуы мөмкин – балаларҙы үҫтереп лайыҡлы кеше итеү,  ҡаҙаныштарға ирешеү, йәмғиәттә танылыу табыу, ниндәйҙер маҡсатҡа хеҙмәт итеү йә....йә яман холоҡтарға бирелеү,  ләззәт алыуҙан башҡа бер нимәне һанға һуҡмау,  ҡарунлыҡта ҡатыу, байлыҡҡа  ҡол рәүешендә хеҙмәт итеү – варианттар бихисап..  

Интернет аша, телевидение аша, кешенең бар ынтылыштары тик “мөхәббәт” тип аталған  енси нәфсе менән билдәләнә тип әйткәндәре – ялған, йәштәрҙе юлдан яҙҙырыу. Енси нәфсе – мөхәббәт түгел әле, ныҡлы ғаилә ҡороу өсөн нигеҙ булыуы ла, була алмауы ла берсә ихтимал.

Бөтә халыҡтарҙа ла “табу”, тыйыу системалары юҡтан барлыҡҡа килмәгән бит ул, был халыҡтың үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты менән дин тәғлимәттәре лә ауаздаш. Эйе, физиология үҙенсәлектәре сәбәпле йәштәрҙә үрсеү инстинкты, “ирекле мөхәббәткә” ынтылыш көслө була. Фәҡәт ошо осорҙа ололарҙың барыһын да яҡшылап аңлатыуҙары, айыҡ аҡыл менән эш итергә өйрәтеүҙәре айырыуса мөһим. Тормош тәжрибәһенә таянып, ҡыҙ-улығыҙҙың тап үҙенә тура килгән йәр һайлауҙа булышлыҡ та бер ҙә артыҡ түгелдер!

Был халыҡтың киләсәген дауам итеү менән бер рәттән, һәр айырым нәҫелде һаҡлап ҡалыу өсөн дә кәрәк.  Йәмһеҙерәк, яңғыраһа ла,  биологиянан миҫал артыҡ булмаҫтыр:  саф тоҡомло, ҡәҙерләп тәрбиәләнгән, күргәҙмәләрҙә миҙалдар алған  дог-сенбернарҙарға урам сәбиәшкәләре менән буталырға ирек бирелһә, барыһы ла бер-ике быуындан килбәтһеҙ маһмайҙарға әйләнәсәк. Юҡ, әлбиттә, бөтә кешеләр ҙә тиң, һүҙ әле рухи юҫыҡта:   йәшлек ауанлығы менән  ҡыҙ-егеттәр  бер-беренең тап кешелек сифаттары айырмаһын, ынтылыштары ҡапма-ҡаршы икәнлеген  абайламай ҙа ҡалыуҙары мөмкин.

Мөхәббәт тип ҡабул иткән йәшлек әүрәүенә генә таяна башлаһаң, ҡуҙ ҡараһындай  үҫтергән балаң бәхетһеҙ буласағын, ейәндәр етем ҡалыу мөмкинлеген алдан күрергә тормош тәжрибәһе  ирек бирә ололарға. Тик бына балалар менән ғаилә ҡороу тураһында һөйләшкәндә ҡоро тыйыу менән сикләнмәҫкә ине (бары тыңламаясаҡтар!), иң яҡшыһы – тормоштан миҫалдар килтереү. Эйе, был яҡшы, был насар, тип фәлсәфә һатыуға ҡарағанда,  яҡындарҙың, таныштарҙың ысынбарлыҡтағы яҙмыштары  тураһында  бәйән итеп фекереңде дәлилләү иң үтемле булалыр.

 

Шамил Батыршин,  М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас