Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
26 Января 2022, 08:29

Вәсилә Фәттәхованың яҡты донъянан китеүенә — алты йыл.

Учалыла уҡыған яратҡан йырсыбыҙҙы иҫкә алайыҡ

Бөгөн, 26 ғинуарҙа, популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың яҡты донъянан китеүенә — алты йыл. Уның ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе.

«Алты йыл һинһеҙ, @vasilyafattakhova_memory (31.12.1979 — 26.01.2016). Бөгөн Өфөнөң Йәштәр һарайында хәтер концерты була. Артистар билдәле хиттарҙы башҡара, йырҙарҙы, уның тауышын иҫкә төшөрөрбөҙ», — тип хәбәр итте йырсының тормош иптәше, концерттың продюсеры Илгиз Әбдрәҡипов.

Концертта эстрада йондоҙҙары йырсының репертуарынан «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Әйтелмәгән мөхәббәтем», «Умырзая», «Нескә күңел», «Елдәр» һәм башҡа йырҙарын башҡара.

Кисә Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында  алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Тамашасылар яратҡан артисының хиттарына ҡушылып йырланы, ә финалда «Тыуған яҡ» йырын зал дәррәү күтәреп алды. Илгиз әйтеүенсә, тыңлаусылар йырсының иҫтәлегенә сығарылған бүләк йыйылмаларын һатып ала. Унда Вәсилә Фәттәхова башҡарыуындағы 63 йырҙан торған йыйынтыҡ та бар.

«Рәхмәт, Стәрлетамаҡ. Тормош иптәшемдең иҫтәлегенә концертҡа килгән бөтә тамашасыларға ла рәхмәт әйткем килә. Концертта ҡатнашҡан артистарға ҙур рәхмәт», — тине Илгиз Әбдрәҡипов.

Концертта башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Ландыш Ниғмәтйәнова, Ришат Фазлиәхмәтов, Айрат Сафин, Наил Шәймәрҙәнов, Рәфис Сирусин һәм башҡалар ҡатнашты, тип хәбәр  итте "Башинформ" агентлығы.

Ауыр тупрағы - еңел, йәне - йәннәттә булһын, беҙҙең "Яйыҡ" гәзитенә лә ингеләп йөрөгән студент-ҡыҙыҡайҙы яҡшы хәтерләйбеҙ.....

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас