Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
26 Ғинуар 2022, 09:40

Яңы башланғыс уң булһын!

Хәтерегеҙҙә булһа, файҙалы, яҡындарыбыҙға йылы мөнәсәбәтебеҙҙе белдерергә форсат биргән һәм милли тамырҙарыбыҙға тоғролоҡто раҫлаған сара ине ул. Ошо биттә баҫылған беренсе өлгөнө уҡығас, акцияның айышына тамам төшөнөрһөгөҙ. Ҡыҫҡаһы, "рухи сылбыр" эстафетаһы таяҡсаһы тапшырылған кеше тәү сиратта гәзиткә үҙе яҙыла һәм үҙ ҡарамағы буйынса кемгәлер "Яйыҡ" гәзитенә подписка бүләк итә. Һуңынан берәй иптәш-коллегаһын ошо миҫалды ҡабатларға өндәй.

Яңы башланғыс уң булһын!Яңы башланғыс уң булһын!
Яңы башланғыс уң булһын!

Хәтерегеҙҙә булһа, файҙалы, яҡындарыбыҙға йылы мөнәсәбәтебеҙҙе белдерергә форсат биргән һәм милли тамырҙарыбыҙға тоғролоҡто раҫлаған сара ине ул. Ошо биттә баҫылған беренсе өлгөнө уҡығас, акцияның айышына тамам төшөнөрһөгөҙ. Ҡыҫҡаһы, "рухи сылбыр" эстафетаһы таяҡсаһы тапшырылған кеше тәү сиратта гәзиткә үҙе яҙыла һәм үҙ ҡарамағы буйынса кемгәлер "Яйыҡ" гәзитенә подписка бүләк итә. Һуңынан берәй иптәш-коллегаһын ошо миҫалды ҡабатларға өндәй.
Беренселәрҙән булып акцияға ҡушылырға яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең кәңәшсеһе Айнур Сәғитов ризалыҡ белдерҙе.

Айнур Марат улы Рысай ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас әрме сафына алына. Әлеге көндә тормош иптәше Линера менән Сафия исемле ҡыҙ һәм Алмас исемле ул үҫтерәләр.

-Әлбиттә, акция тураһында ишетеү менән Рысай ауылында йәшәүсе атайым - Марат Сәғитовты яҙҙыртырға булдым. Атайымдың үҙенең мәҡәләләре лә ваҡыты-ваҡыты менән "Яйыҡ" гәзитендә баҫылып тора. "Дорога ла Дәриғә", "Йомортҡа касафаты", "Килендәштәр", "Сафый суфый", "Ҡуян күстәнәсе", "Йүкә балы" кеүек хикәйәттәрен үҙем дә яратып уҡыным. Шулай уҡ бер подписканы Рысай ауылында йәшәүсе әбейем - Мөнирә Зариповаға яҙҙырттым. Әбейем игелекле, кешелекле. Ауылда олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Балаларына терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттә матур итеп донъя көтә. Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ауылда үҫкәс, мин быны үҙ елкәмдә татыным. Уларҙың хеҙмәтен аңлайым һәм ауыл халҡын хөрмәт итәм. Шуға күрә, әбейем әҙ генә булһа ла ултырып ял итһен, яңылыҡтар менән танышһын тип ярты йыллыҡҡа "Яйыҡ" гәзитен тап уға яҙҙырам.
Өсөнсө подписканы яратҡан мәктәбемә яҙҙырттым. Мәктәпкә, ғүмүмән, һәр ваҡыт хәлемдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Мәктәп уҡыусылары районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫма менән таныш булһындар, маңҡорт булмағыҙ, тип йәш быуынды ҡоро тиргәүҙән ни файҙа, милли тамырҙарҙан көс алыу, тормош юлында дөрөҫ юҫыҡ алыу өсөн шарттар булдырыу зарур, тигән фекерҙәмен.
Ә дүртенсе подписканы ветеран уҡытыусы Әсмә Ғариф ҡыҙы Кинйәбулатоваға бүләк итәһем килде. Әсмә Ғариф ҡыҙы башланғыс кластарҙа беҙҙе уҡытты. 1947 йылғы. Ул биш бала әсәһе. Үҙе лә туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ейәнсура районынан йүнәлтмә буйынса Учалы районының Рысай ауылына килә. Мәктәптә ике йыл эшләгәндән һуң Нәжәт Мортазин менән тормош ҡоралар. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. "Яйыҡ"ҡа киләһе ярты йыллыҡҡа яҙҙыртҡанды белгәс, Әсмә Ғариф ҡыҙының ҡыуанысының иге-сиге булманы. Хәтирәләр, тарихи яҙмалар, донъя яңылыҡтары оло кешеләргә айырыусы мауыҡтырғыс була торған.
Ә "Рухи сылбыр" эстафетаһының таяҡсаһын дуҫым, хеҙмәттәшем, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Таһир Мәхмүтовҡа тапшырам. Таһир Үзбәк улын районда белмәгән кеше һирәк. Йәштәр эштәре, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе итеп ул уҙған йыл тәғәйенләнде. Әлегә тиклем еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй ине. Таһир Үзбәк улы ауыл ерлегенән сыҡҡан, халыҡ һәм милләт мәнфәғәттәре тураһында бер ваҡытта ла онотмаған кеше, ҡаршы булмаҫ, ихлас күңелдән ҡушылыр тип уйлайым.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас