Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Ғинуар 2022, 08:25

“Ауылда дан кеше кем тип, Һораһағыҙ һеҙ әгәр....”.

Өлгөлө ғаилә тураһында

“Ауылда дан кеше кем тип, Һораһағыҙ һеҙ әгәр....”.“Ауылда дан кеше кем тип, Һораһағыҙ һеҙ әгәр....”.
“Ауылда дан кеше кем тип, Һораһағыҙ һеҙ әгәр....”.

Салауат Сәғиҙулла улы Ғайназаров 1952 йылдың 25 ғинуарында тыуа. Йәшәгән  йорттары күл буйында урынлашҡанлыҡтан, Салауат бәләкәйҙән кәмәлә йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ярата. Бер туған апаһы Минзәлә менән колхозда эшләүсе ата- әсәһенә, йорт- ҡура тирәһендә ярҙамлашалар: бесән әҙерләшәләр, мал ҡарайҙар...

Егәрле, йор һүҙле, дәртле егет мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй ҡалаһында уҡып, киномеханик  һөнәрен үҙләштерә. 1970 -1972 йылдарҙа Салауат, Һарытау өлкәһенең, Балашово ҡалаһында осоусылар часында механик ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас уға колхозда  эш тәҡдим итәләр. Шофер, аҙаҡ комбайнер булып эшләй. Өргөн мәктәбенә пионервожатый булып эшкә килгән, Учалы ауылы ҡыҙы Гәүһәриә Миндиәр ҡыҙына өйләнә. Йәш ғаилә урман ситендә яңы йорт һалып инә, бер-бер артлы Руслан һәм Рөстәм исемле улдары донъяға килә. Балалары ҙурая  төшкәс, Учалы станцияһында эшләп йөрөүсе Минзәлә апаһы йәштәрҙе тимер  юлына эшкә саҡыра. Лайыҡлы эш хаҡы түләүсе ойошмаға эшкә урынлашыу, яңы, мауыҡтырғыс һөнәр үҙләштереү йәштәрҙе ҡыҙыҡһындыра, уларҙа сәм уята.

Гәүһәриә Миндиәр ҡыҙы вагон ҡараусы-ремонтлаусы булып егерме биш йыл, ә Салауат  Сәғиҙулла улы вагондар теҙеүсе булып егерме йыл эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Әлбиттә Өргөн  ауылынан сменалы эшкә йөрөүе бик еңелдән булмай. Һауа  шарттарының ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытында эшкә барып етеү, сослоҡ, зирәклек талап иткән яуаплы эште башҡарып сығыу өсөн ҙур теләк, оҫталыҡ кәрәк була! Һынатмайҙар йәштәр, икеһе лә Көнъяҡ Урал тимер юлының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәләр.

Әлбиттә, тормошта һәр кешегә ауырлыҡтар, һынауҙар, юғалтыуҙар аша үтергә тура килә. Матур ғына йәшәп ятҡандарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғайназаровтарҙың  кинйә улдары Рөстәм вафат булып ҡуя. Өлкән улдары Руслан ҡуртымға ер алып,  шәхси  эшҡыуарлыҡ менән  шөғөлләнә, техника һатып ала, күпләп эре мөгөҙлө мал  тота. Һуңғараҡ таҡта бысыу, йышыу эштәре асып ебәрә. Һөйөклө кәләше Айгөл  менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Ҡатмарлы тормош юлын үтеү – тауҙарға артылыу ул. Тауҙарға менгән һайын менәһе,  тағы ла бейегерәк үрҙәр яулайһы, йәшәгән һайын йәшәйһе килә. Ғайназаровтар ҙа шулай, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып баралар, матур итеп донъя көтәләр. Гәүһәриә еңгә баҡсаһында күҙҙең яуын алып торорлоҡ, матур, сағыу  сәскәләр үҫтерһә, Салауат ағай, ауыл старостаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша, яңыраҡ ауыл клубының текмәләрен төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам  күрһәтте.

Ошо хөрмәткә лайыҡ, өлгөлө ғаиләне алдағы юбилейҙары менән ихлас ҡотлайым!   Тормош тауҙарының алтын ҡаяларын бергә-бергә  яуларға, тиң ғүмерҙәр үткәрергә яҙһын!

Ауылда дан кеше кем тип,
Һораһағыҙ һеҙ әгәр.
Яуаплармын: Салауат ағай
Һәм уңған еңгә Гәүһәр!
Йәмәғәтселек эшендә
Ҡатнашалар улар гел.
Донъялары яҡты, ҡотло,
Баҡса тулы сәскә - гөл!
Улар - шундай дәртле, етеҙ,
Әйтерһеңдә йәп-йәштәр.
...Ғайназаров Салауат һәм
Һылыу еңгәбеҙ Гәүһәр!

Рамай ҠАҺИР, шағир.https://vk.com/id470811619

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас