Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Ғинуар 2022, 05:39

Һуҙыуҙан файҙа юҡ, киреһенсә.

3 көндә тапшырыр кәрәк

Һуҙыуҙан файҙа юҡ, киреһенсә.Һуҙыуҙан файҙа юҡ, киреһенсә.
Һуҙыуҙан файҙа юҡ, киреһенсә.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ихтималы тураһында барыһы ла белә. Бындай осраҡта элекке водитель 3 эш көнө үткәнсе таныҡлыҡты  юл инспекцияһына килтереп тапшырырға бурыслы. Ә тапшырмаһаң ни була?

Был һорауға яуапты ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова яуап  бирә:

-Беренсенән, ғәмәлдән сыҡҡан водитель таныҡлығын үҙеңдә ҡалдырыуҙан бер файҙа юҡ.  Граждан һаман да транспорт менән идара итеүен дауам итә икән, тикшерергә туҡтатҡанда  таныҡлыҡ дөйөм мәғлүмәт базаһы аша тикшерелә, унда ғәмәлдән сығарылыуы асыҡ күренә. Бындай ғәйеп өсөн ҡаты яза ҡаралған, ҡулға алыныуы ла мөмкин.

Икенсенән, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 32.7-се статьяһына ярашлы,  хоҡуҡтан мәхрүм ителеү срогы таныҡлыҡты тапшырған  мәлдән генә иҫәпләнә. Әйтәйек,  берәйһе  1 йылға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп,  таныҡлыҡты 3 айҙан ғына килтергән икән, ысынбарлыҡта руль артына 1 йыл 3 айҙан һуң ғына ултыра аласаҡ.

Бына шулай, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас