

Яңыраҡ Бишбүләк районында булған саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дүсән ауылында арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың йорт-музейында булғайны.Башҡаһынан тыш, Радий Фәрит улы Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Ҡыҙыл паша” спектаклен тергеҙергә ҡушты.
Бик хуп, 1982 йыл ҡуйылған был постановка бик ҙур резонанс тыуҙырҙы, киң йәмәғәтселекте тәүләп тиерлек һоҡландырғыс шәхес менән таныштырҙы. .....Ә бына спектаклде ҡуйыусы режиссер Лек Вәлиев был хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булыуы, баҡыйлыҡҡа күскәс, тап Учалы районында ерләнеүе тураһында беләһегеҙме?
Ҡалабыҙҙың “Нур” мәсете имам-хатибы Данил -хәҙрәт Сиражетдинов күренекле сәнғәт эшмәкәренә туған тура килә икән. Һөйләшкәндә түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
-Лек Вәлиев миңә яҡын ғына туған була: атайым Йәдкәрҙең әсәһе Мәфтүхә өләсәйем менән Вәли бабай бер туғандар булған. Беҙҙең ғаиләләр үҙ-ара дуҫ йәшәне, үҙемә лә йыш ҡына Лек бабайым менән аралашырға насип булды. Ул Учалы яғына, туғандарына йыш ҡайтып йөрөй торғайны, бөтәһендә лә булып, рухланып ҡайтып китер ине. Ҡәберҙе кәртәләп алырға үҙемдең дә хәлдән килер ине! Аллаһҡа шөкөр, олоғая башлаһам да, ҡулда көс бар әле. Тик бер генә уй тотҡарлай – Салауат Юлаев премияһы лауреаттары шул тиклем күпме ни беҙҙә? Яңылышмаһам, Учалыла тағы ике кеше бар, Аллаһҡа шөкөр, икеһе лә иҫән. Лек Вәлиев та, Учалыла йәшмәмәһә лә, бында тыуған, йыш килеп йөрөгән һәм тап бында һуңғы төйәген тапҡан икән, иҫтәлегенә һаҡсылыраҡ мөнәсбәт булырға тейештер. Власть органдары һәм киң йәмәғәтселектең иғтибарын күҙ уңында тотам.
Шөкөр, тип әйтәйек, был ҡайтышлыҡ бөтөрөлөрҙөр – инициатив төркөм төҙөлөү тураһында һүҙ сыға башланы. Ниҙер хәл ителһә, өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ. Ә әлегә күренекле сәнғәт эшмәкәренең ҡыҫҡаса биографияһы тураһында бәйән итәйек.
Лек Вәли улы Вәлиев 1935 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған ( 1992 йылдың 23 мартында вафат була), тип рәсми рәүештә иҫәпләнә.
Рәсми сығанаҡтарҙа Лек Вәлиев Әлшәй районында тыуған тип яҙылһа ла, был ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Атаһы Вәли – Ҡоҙаш ауылынан,. Әсәһе Мәрйәм дә – Учалы яғынан. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында, Лек Вәли улына бер йәш тирәһе булғанда Әлшәйгә күсеп киткәндәрҙер.
1959 йылда Мәскәү ер төҙөү инженерҙары институтын, 1965 йылда Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай.
1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры. Өфө сәнғәт училищеһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Төрлө йылдарҙа Сибай,Салауат театрҙарының , Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ тетрҙарының баш режиссёры булып та хеҙмәт итә.
1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
Төрлө сәхнәләрҙә М. Кәрим, Н. Нәжми, Н. Асанбаев, И. Йомағолов, М. Буранғолов, Х. Ибраһимов, И. Абдуллин, М. Садиҡова пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, М. Ғафури, У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя.
Л. Вәлиевтың һәләте Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағыла.
Бер һүҙ менән – лайыҡлы шәхес, ҡәберенә һәйкәлгә дөбөр үтмәһә лә, постамент ҡуйыр кәрәк!