

Һәр ҡатын-ҡыҙ туй тантанаһына бик ҙур әһәмиәт бирә. Әммә кәләш хөкүмәт менән етәкселек итә икән, “Туй күлмәге кейгән ҡыҙҙан
көнләшеп тә үләрлек”, - тип йырлау менән сикләнергә тура килеүе мөмкин. Яңы Зеландия премьер-министры Джасинда Ардерн ханым рәсми рәүештә кейәүгә сығырға йыйынып та, “омикрон” коронаувирусына ҡаршы саралар тураһында иғлан иткәс, тантананы икенсе ваҡытҡа күсерергә булған. Афарин, хакимдар ҡоро һүҙ менән ҡолаҡтарыбыҙ итен кимермәйенсә, бөтә һынау-ауырлыҡтарҙы ҡара халыҡ менән тиң күтәрә икән, үҙҙәренең дә абруйҙары арта. Юғиһә, сиртһәң битенән ҡан сығырлыҡ әфәнделәр, түҙер кәрәк, заманалар ауыр, тип тылҡый башлаһа, йән ҡарая.
Рәсәй мәктәптәрендә тарих фәнен уҡытыуҙың яңы концепцияһы әҙерләнә. 1 сентябргә ҡәҙәр яңы стандарттар әҙер булып, дәреслектәр баҫа башлау планлаштырыла. Төп асылы – “европоцентризмдан” арынып, ҡалған ҡитғаларҙың да үткәнен яҡшыраҡ өйрәнеү. Эйе, мәктәпте тамалағанда Боронғо Рим, Англияла королдәр алмашыныу, Француз революциялары, Американы яулау тураһында байтаҡ мәғлүмәт алып сыҡтыҡ, ә үҙебеҙҙең Төрөк ҡағанаты, печенег-половецтар, хатта, Европаны дер һелкеткән юлбашсы Аттила тураһында йүнләп хәбәрҙар түгелбеҙ. Әйткәндәй, әлеге дәреслектәрҙә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ваҡ-ваҡ рус кенәздәре лә саманан тыш ентекле яҙылған буғай.
Замана хәлдәре тураһында яҙғанда, туҡтауһыҙ “Әстәғәфируллаһ!” –тип әйтелә. Германияла 125 католик сиркәү хеҙмәткәре “каминг-аут” башҡарҙы – үҙҙәренең гомосексуалист икәнлектәре тураһында асыҡтан-асыҡ йәмәғәтселеккә бәйән иттеләр. Һәм барыһына ла тиң мөнәсәбәт булыуын талап иттеләр. Аптырарһың, был төр аҙғынлыҡҡа тартылалар икән, икенсе һөнәр һайлаһындар ҙа, ни теләйҙәр, шуны ҡылһындар. Ә христиан дине лә, беҙҙең Ислам да, гомосексуализмды ауыр ғонаһ тип иҫәпләй, Хаҡ Тәғәлә төшөргән тәғлимәтте заман сәйәсәтенә яраҡлаштырып булмаҫ инде!
Стэнфорд университеты (АҠШ) ғалимдары сысҡандарҙы тикшереп, теүәл асыҡлан: ата һәм инә йәнлектәрҙең мейеләре төрлөсә эшләй һәм был үҙенсәлек генетик кимәлдә билдәләнә. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла шул уҡ хәл, тип фараз иттеләр. Эйе, шулайҙыр. Ир менән ҡатын уртаҡ фекергә килә алмайҙар икән, һис тә береһе аҡыллыраҡ, икенсеһе аңра икәнлекте аңлатмауы ла мөмкин – баш төрлөсә эшләгәс, донъяны ла төрлөсә күрәбеҙ. Һәм тап шул айырма ғаиләгә ҡаршылыҡтар менән уңышлы көрәшергә ярҙам итәлер.
75 йәшлек француз Жан-Жак Савен заманында десантсы һәм пилот була. Олоғайғас та тәүәккәл холҡо баҫылмай. Бәләкәй кәмәлә Атлантика океанын яңғыҙы үтергә сәйәхәткә сыҡты ла, һәләк булды. Олоғайған көндә мейеге шыйығайып, ни эшләгәнен аңламаған, тип уйларға ашыҡмағыҙ! 72 йәшендә был һыу даръяһын киҫкән була инде – мискә рәүешендә ҡоролған кәмәлә, тик ағымдар һәм ел ярҙамында 4 айҙа Франциянан Америкаға еткән була. Ниңә мискә рәүешендә кәмә ҡорола? Ошо рәүештә бер шарап өсөн мискә етештергән фирма спонсор булып, продукцияларын рекламалай. Хатта, елкәне булмаған фанеранан күнәк (оҙонлоғо -3, диаметры 2 метр самаһы) ышаныслы булып сыға, ә был тапҡырҙа ҡәҙимге кәмә һынатҡан....
Бер ир Африканың Кенияһынан Амстердам аэропортына тиклем (Нидерланды) пассажир самолетының шасси ( тәгәрмәс тергәге) бүлексәһенә боҫоп 11 сәғәт осҡан. Барыһы ла, һуларға һауа етмәгән һәм ныҡ һыуыҡ мөхиттә нисек иҫән ҡала алған, тип баш тырнайҙар. Нисек кенә булмаһын, башта һөйләшерлек тә хәлдә булмай. Миграция үҙәгенә ебәрәләр: көстәлмештәрҙе ҡайҙа ла яратмайҙар, депортация, кире ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителә.
Ҡытайҙа донъяла иң ҙур хәрби бионик робот яһағандар. Бионик – тере йәндәрҙең тәненә оҡшатып ҡорола. Был робот та 4 аяҡлы, 160 кг йөк ташый ала, әммә төп тәғәйенләнеше - кеше өсөн ҡатмарлы шарттарҙа (сүллек, боҙлоҡ, тауҙар) йәшерен разведка алып барыу. Киләсәктә тәпейенә ҡорал тоттороуҙары ла мөмкин.