Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Ғинуар 2022, 15:30

Башҡортостанда 172 үҫмер ковидтан прививка эшләткән

Республикабыҙҙың баш балалар табибы Людмила Семавина белдереүенсә, 28 ғинуарға ҡарата 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 172 үҫмер "Спутник М" вакцинаһын эшләткән.   

Башҡортостанда 172 үҫмер ковидтан прививка эшләткәнБашҡортостанда 172 үҫмер ковидтан прививка эшләткән
Башҡортостанда 172 үҫмер ковидтан прививка эшләткән

Республикабыҙҙың баш балалар табибы Людмила Семавина белдереүенсә, 28 ғинуарға ҡарата 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 172 үҫмер "Спутник М" вакцинаһын эшләткән.   

Прививка эшләтергә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса беркетелгән медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итә ала. Прививканың өҫтәмә дозаһы килтерелгәс, табиптар мәктәптәргә үҙҙәре лә барып вакцина ҡуя башлаясаҡ, тип билдәләй баш педиатр. Алдан билдәләнеүенсә, ковидтан үҫмерҙәргә прививка тик алдан бирелгән ризалыҡ буйынса ғына эшләнә, бала 15 йәштән кесе икән, ризалыҡты ата-әсә бирә. Бер ниндәй ҙә көсләү юҡ, тик ризалыҡ буйынса ғына эшләнә прививка.

Белеүебеҙсә, "Спутник М"  - ул "Спутник V" вакцинаһының 5 тапҡырға кәметеп, балалар өсөн ҡулайлаштырылған варианты. Вакцинала вирустың үҙе юҡ һәм ул артабан организмда үрсеп китә алмай. 

26 ғинуарҙа Башҡортостанға "Спутник М" вакцинаһының 2880 доза тәүге партияһы килтерелгән. Ул республика дауаханалары буйлап таратылды ла инде.  

Фото БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас