Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
30 Ғинуар 2022, 14:05

1 февралдән - арттырылған социаль түләүҙәр

1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар 8,4 процентҡа арттырыла.

1 февралдән - арттырылған социаль түләүҙәр1 февралдән - арттырылған социаль түләүҙәр
1 февралдән - арттырылған социаль түләүҙәр

1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар 8,4 процентҡа арттырыла.

Бында инвалидтар, ветерандар, чернобылселәр, Рәсәй Геройҙары, шулай уҡ производствола зыян күргән граждандар алған түләүҙәр тураһында һүҙ бара. Индексация балалы ғаиләләргә тейешле ҡайһы бер пособиеларға ла ҡағыла. Шулар иҫәбендә — бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие, баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие. Беренсе балаға әсәлек капиталы күләме лә арта — 483,9 мең һумдан 524,5 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға иһә 693,1 мең һумға тиклем.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-01-28/1-fevrald-n-r-s-y-r-arttyryl-an-sotsial-t-l-r-ala-bashlay-ular-i-bend-s-lek-kapitaly-la-bar-2671438

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас