

Шундай кешеләр була – йәшәйештәре менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, киләһе быуынға үрнәк булып, булмыштары менән башҡаларға һабаҡ биреп йәшәйҙәр. Ундай заттарҙы Аллаһы Тәғәлә, бәлки, әҙәми заттарға өлгө итеп, яҡшыраҡ, инсафлыраҡ булыу өсөн ебәрәлер. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола.
Районыбыҙҙың Илсе ауылында йәшәүсе Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы Мирзинаны (Ғәлимова) бар ауыл халҡы ярата, ысын күңелдән хөрмәт итә тиһәк, бер ҙә арттырып һөйләү булмаҫ. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам иткән уҡытыусы ул.
Ошо көндәрҙә ул үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
Әлфиә Мирзина 1932 йылда Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында тыуған. Ауылда ете класс белем алғас, ул Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә.
Уҡыуҙы тамамлағас, Учалы районына эшкә ебәрелә. 1951-1958 йылдарҙа Ҡалҡан 7 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта.
1958 йылда Илсе урта мәктәбенә эшкә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә хеҙмәт итә.
Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә 38 йыл ғүмерен бағышлай. Әлбиттә, уның тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Уҡытыусы бихисап Хөрмәт һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. 1955 йылда республика уҡытыусылар съезында делегат булараҡ ҡатнаша. “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ. Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән наградланған. РСФСР мәктәптәренең халыҡ мәғарифы отличнигы. 1979-1989 йылдарҙа Учалы районы халыҡ суды заседателе лә була.
Мәктәп, район күләмендә уҙғарылған семинарҙарҙа ҡатнашып, йыш ҡына үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша уҡытыусы. Методик берекмә етәксеһе булараҡ та һәр эште еренә еткереп башҡара. Мәктәптә профсоюз ойошмаһы етәксеһе вазифаһын да уға ышанып тапшыралар, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы, актив ҡатнаша. Белорет педагогия училищеһында белем алыусы студенттарҙы ла ул үҙ ҡанаты аҫтына алып, оҙайлы педпрактика үтергә ярҙамлаша, өйрәтә, кәңәштәрен бирә. Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙына халыҡ тартыла, ул гелән иғтибар үҙәгендә була – кемдер унан кәңәш һорай, икенселәр йөпләү таба, өсөнсөләр сетерекле хәлдәр менән ышанып мөрәжәғәт итә. Нисек кенә булмаһын, уҡытыусы барыһына ла ваҡыт таба, хәленән килгәнсә ярҙам итә.
Йәмәғәт тормошонда ҙур уңыштарға өлгәшеүендә Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙының тылы ныҡлы булыуы ла ҙур роль уйнағандыр, моғайын. Ҡатынын, уның эшен аңлап, ихтирам итеп, һәр яҡлап ҡурсып торған ире Хәкимйән ағай менән Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы иңде-иңгә терәп 52 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ғаилә башлығы мәрхүм инде. Мирзиндар өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, белем бирәләр. Бөгөн Хәкимйән ағай йор һүҙле, етеҙ хәрәкәтле, эштә алдынғылыҡты бирмәгән бай рухлы ир уҙаманы, балаларына оло йөрәкле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә йылы ҡарашлы һәм хәстәрлекле олатай булып хәтерҙәрендә һаҡлана.
Алдан билдәләүебеҙсә, Әлфиә Мирзинаның бала сағы, йәшлеге үтә лә ауыр осорға тура килә. Илебеҙ өсөн дәһшәтле осорҙо ла ул башҡа тиҫтерҙәре менән лайыҡлы күтәрә. Ул ваҡыттарҙы иҫләп күпте күргән ағинәй былай тип фекер йөрөтә:
- Үткән ғүмер әҙ ҙә, күп тә кеүек. Әҙ, сөнки уның үткәнен тоймай ҙа ҡалаһың. Күп, сөнки үткәндәргә әйләнеп ҡараһаң – күпме эштәр эшләнгән, ниндәй генә ваҡиғалар булмаған, ниҙәр генә күрелмәгән, һуғыш осоро ауырлыҡтары...
Һуғыш ваҡытында беҙгә уҡыу рәхәтлеге эләкмәне инде. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар колхоз эшендә булды. Мәктәптә йыйыштырыусылар булмай торғайны. Дәрестән һуң иҙән йыуыу ғына түгел, өлкәнерәк класс уҡыусылары, хатта кистән яғырға утын әҙерләп, иртән барып мейес яғалар ине.
Ҡара һыуыҡтар төшкәнсе армия өсөн гөлйемеш йыйырға йөрөй торғайныҡ. Ҡулдарыбыҙ һыҙырылып, яраланып бөткәне хәтерҙә ҡалған.
Эйе, заманының бөтә михнәттәрен күреп, бала саҡтан сынығып үҫә буласаҡ уҡытыусы. Үҫкәс, һөнәрен ул булмышына тап килтереп һайлай. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып таныла. Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы кешелеклелеге һәм ябайлығы менән айрылып тора. Һәр кешене ул шәхес итеп күрә белә, баламы ул, оло кеше булһынмы – тиң күреп һөйләшә, фекерҙәрен хөрмәт итә белә.
Әлфиә Мирзина менән бергә эшләгән коллегалары уны яратып иҫкә ала бөгөн.
Зәкиә Сәлих ҡыҙы Әхмәтвәлиева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Илсе урта мәктәбенә беҙ тормош иптәшем менән юғары уҡыу йортон тамамлап, 1975 йылда эшкә килдек. Коллективҡа өйрәнеп, үҙ кеше булып китеүебеҙҙә Әлфиә Ғәлимовнаның роле бик ҙур булды. Тәжрибәле педагог булараҡ, беҙгә, йәш уҡытыусыларға, ихлас ярҙам итте, аҡыллы кәңәштәрен бирә, өйрәтеп ебәрә лә торғайны.
Айҙар Әхмәҙулла улы Әхмәтвәлиев, физика уҡытыусыһы:
- Әлфиә Ғәлимовна минең дә, ҡыҙымдың да беренсе уҡытыусыһы. Хәтеремдә, оҙон сәсле, һылыу, мөләйем уҡытыусы ҡаршы алғайны мине мәктәптә. Бар күңел йылыһын һалып уҡыта ине ул, бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй торғайны, шул уҡ ваҡытта үҙе бик талапсан булды. Уның уҡыусыһы, һуңынан, хатта коллегаһы булыуға Хоҙайға бик рәхмәтлемен. Эш башлаған дәүерҙә беҙ, йәш уҡытыусылар, уға оҡшарға тырыша торғайныҡ.
Эйе, Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙына мөғәллимлек һәләтен Аллаһы Тәғәлә үҙе биргәндер, моғайын. Сөнки уның уҡытыу методикаһының үҙенсәлеген, һәр сабый күңеленә асҡыс табыуын уҡытыусының элекке уҡыусылары ла бер тауыштан раҫлай. Бына нимә ти улар.
Юлай Янбаев, биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми үҙәк етәксеһе:
- Бар холоҡ-фиғел, кешенең артабанғы яҙмышы төп өлөштө мәктәптең башланғыс клстарында һалына, тип уйлайым. Миңә был йәһәттә далан йылмайҙы – 1969 йылдың 1 сентябренән өс йыл Илсе мәктәбендә, Әлфиә Ғәлимовнала уҡыным. Бик юғары кимәлдәге уҡытыусы булыуҙан тыш, барыбыҙҙы ла үҙ балаларындай һөйҙө бит ул! Уңыштарыңа ихлас күңелдән шатлана, килешмәгән шуҡлыҡ ҡылһаң – күҙҙәре моңһоулана – һәр бала быны йөрәге менән һиҙә бит. Уҡытыусы менән бәйле ике эпизодты иҫкә алайым. Берҙе уҡытыусылар коллективы менән мин дә бесән өмәһенә эйәреп барҙым. Әлфиә апайҙы күреп иҫ китте – беҙҙең Уҡытыусы кеүек бөйөк зат ҡәҙимге кешеләр кеүек тырма тотоп тырмата, ҡалғандар менән ултырып сәй эсә... Ғилми тел менән, когнитив диссонанс кисерҙем. Ә берҙе яуап тотҡанда ваҡ хата ебәрҙем. Мөғәллимәбеҙ йомарт, тырышҡандарҙы дәртләндерергә әҙер генә тора - барыбер “биш” билдәһе ҡуйҙы. Яңылышты, тип уйланым да, төҙәтмә индерҙем – миңә “дүрт” кенә ҡуйырға мөмкин был тапҡырҙа. Әлфиә апайыбыҙ пырхылдап көлөүҙән саҡ-саҡ ҡына тыйылды, нимәһен ҡыуана, илар саҡ бит, тип аптырағайным.
Нисә тиҫтә йылдар үтте, ә тәүге уҡытыусымдың яғымлы ҡарашы һаман хәтерҙә, һаман яҡшы кеше булырға, тырышып хеҙмәт итергә өндәй. Рәхмәт, барыһы өсөн дә!
Фәниә Ҡадирова (Мөхәмәтйәнова):
- Кем генә үҙенең беренсе уҡытыусыһын онота инде! Беҙ Әлфиә Ғәлимовнаның класында 1969-1972 йылдарҙа 22 бала уҡыныҡ. Ул һәр ваҡыт үҙ эшенә етди ҡараған, сабыр холоҡло, бер ваҡытта ла балаларҙы айырып ҡарамаған, өс йыл эсендә беҙҙе яҙырға, уҡырға өйрәткән, тик яҡшылыҡка ғына өндәгән абруйлы укытыусы булып күңелебеҙҙә уйылып ҡалды. Беҙ тәүге уҡытыусыбыҙҙы сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Әлфиә Ғәлимовнаны оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға киләсәктә оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ! Балаларыңдың, ейәндәрендең уңыштарына,
изгелектәренә ҡыуанып тағы ла оҙон-оҙаҡ, бәхетле итеп йәшәүеңде теләйбеҙ! - тигән теләк-сәләмдәрен юлланы элекке уҡыусылары мөғәллимәләренә.
1959-1962 йылдарҙа Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙында белем алған уҡыусылар исеменән Рафиҡ Ҡадиров яратҡан уҡытыусыһына шиғыр ҙа бағышлаған:
Бер мәктәптә белем алдыҡ,
Онотолмай уҡыу йылдары.
Моңло ҡыңғырауҙың тауыштары
Һәм мәктәпкә барған юлдары.
Белем усаҡтарын тоҡандырҙы
Әлфиә апайыбыҙ ул саҡта.
Дәрестәре булды аңлайышлы
Онотмабыҙ уны һәр саҡта.
Өйрәтте ул беҙгә хәрефтәрҙе,
Матур яҙыуҙарға өйрәтте.
Ололарҙы хөрмәтләргә ,
Таҙалыҡҡа беҙҙе өйрәтте.
Рәхмәт һиңә, Әлфиә апай,
Йәш быуынға көсөң һалғанға.
Уҡытыусылар һинең кеүек
Ҡабатланһын ине тағын да.
Әлфиә апай, иҫән-һау бул,
Һин йәшәйһең беҙҙең йөрәктә.
Ҡайҙа ғына булһаҡ та беҙ,
Йә яҡында, йәки йыраҡта.
Шуны ла билдәләйек, Әлфиә Ғәлимовнаның педагогик юлын бөгөн килене Гөлназ Ғәни ҡыҙы дауам итә. Бына нимә ти ул ҡәйнәһе хаҡында:
- Ҡәйнәм иҫ киткес аҡыллы (мудрая) кеше. Мине үҙ ҡыҙылай яҡын күреп ярата, ә тәжрибәле педагог булараҡ, эш башлаған дәүеремдә уның ярҙамы шаҡтай ҙур булды.
Ейән-ейәнсәрҙәре уның өсөн донъялағы иң оло бүләк. Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, ул һаман йәштәр менән бер “тулҡында”, ейәндәре менән әңгәмәләр ҡороп, үҙ-ара серләшеп, көлөшөп алалар. Ғөмүмән, бик татыу йәшәйбеҙ, Аллаһҡа шөкөр.
Һәр кем үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау сыңын күңел түрендә йөрөтә. Быларҙың барыһы ла беренсе уҡытыусының яҡты образы менән тығыҙ бәйле. Эйе, балалар уҡытыу еңел эш түгел. Уҡыусыларының күңелендә, хатта яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырған кеше бит ул – беренсе уҡытыусы. Әлфиә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы Мирзина был изге бурысты намыҫ менән үтәгән. Уның бар уҡыусылары ла Әлифбанан башланған ҙур тормоштоң ишеген ҡурҡмай аса алғандар.
Фотола Әлфиә Ғәлимовна Азамат ейәне менән